Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Октябрь 2022, 09:15

Йөрәктәре менән йәп-йәштәр

Ҡариҙел өлкәндәренең матур тормошо барыбыҙға ла үрнәк

Йөрәктәре менән йәп-йәштәр
Йөрәктәре менән йәп-йәштәр

Үҙебеҙҙең ағинәйҙәргә һәм олатайҙарыбыҙға ни етә! Байрам уңайынан бар ғүмерҙәрен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәреп, үҙҙәре һымаҡ аҡыллы, эшһөйәр балалар үҫтереп, бөгөн инде ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр һөйгән, оло йәштә булһалар ҙа, йәшлек дәртен юғалтмай, гөрләтеп донъя көткән райондаштарыбыҙҙың бер нисәһе менән таныштырабыҙ.

Командир ҡыҙы
Август айында 88 йәшен тултырған хеҙмәт ветераны Ғәйниә Мөғин ҡыҙы Мөғинова Яҡуп ауылында йәшәй. Уның иңенә, барлыҡ йәштәштәренеке һымаҡ, ауыр һуғыш йылдары тура килә. Атаһы Мөғин Шәмғетдин улы Шәмғетдинов Бөйөк Ватан һуғышына оҙатыла, ул генерал Шайморатов дивизияһында батарея командиры булып яу юлын уҙа. Тик 1943 йылдың 23 февралендә Луганск өлкәһендә барған алыштарҙа яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлә. (Миңлеғәле Шайморатовтың да ошо көндө вафат булғаны билдәле). Ғәйниә әбей, шулай итеп, атайһыҙ үҫә. Ул бәләкәйҙән үк зиһенле, аҡыллы, белемгә ынтылыусан була. Шуға ла ҡалаға барып, медицина училищеһына уҡырға инә. Ләкин әсәһе Камалиә Солтанбәк ҡыҙы ҡаты ауырып китә. Ғәйниә Мөғин ҡыҙына уҡыуын ҡалдырып, тыуған ауылына ҡайтырға тура килә. Әсәһен ҡарашып, уның урынына фермаға эшкә бара ул. Аҙаҡ инде тыуған колхозында төрлө эштәр башҡара. Вәсил Әхмәтйән улы менән тормош ҡороп, өс балаға ғүмер бирәләр. Ейән-ейәнсәрҙәре өләсәйҙәренең белемле булғанын мәктәптә уҡыған саҡтарында белеп ҡала, Ғәйниә әбей уларға математика фәненән бик ярҙам итә. Гәзит-журналдар менән дә дуҫ була. Оло йәштәмен тип тормай, бик ҡыҙыҡһынып Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романын уҡып сыға. Атаһының исеме яҙылған “Шайморатовсылар – легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары” китабын да ҡәҙерләп кенә тота. Әлеге ваҡытта йортта ҡулынан килгәнсә эштәр башҡара, малдар ҙа теүәлләшә, баҡсаһын да үҫтерешә. Бәхетле ҡартлыҡ кисергән Ғәйниә Мөғин ҡыҙы ауылдың хөрмәтле кешеһе, матур итеп доғалар уҡып, яҡындарының, ауылдаштарының күңелдәрен балҡытып тора.

Ҡулдарында нағыш балҡый
Ҡараяр ауылында 91 йәшлек Әҡлимә инәй Латыпова йәшәй. Ауылдаштары уны бик алсаҡ, тормошто яратыусы, киң күңелле булғаны өсөн хөрмәт итә.
Әҡлимә Ғәбделәхәт ҡыҙы үҙенең күркәмлеге, йылылығы менән арбап тора. Уның йортона инеү менән һәр ерҙә бөхтәлек күҙгә ташлана. Ә инде күҙ нурҙарын түгеп, үҙ ҡулдары менән бәйләгән, сиккән, теккән әйберҙәрен күреп, уның оҫталығына һоҡланмау мөмкин түгел. Әле лә ул үҙенең төрлө төҫлө ептәренән матур нағыштар сигә. Оҫтабыҙҙың ҡул эштәре күпме күргәҙмәләрҙә, байрам-кисәләрҙә булып ҡайтҡан! Мәҫәлән, быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендәге сараларҙа уның биҙәктәрен ҡунаҡтар, ауылдаштары күреп ҡыуанды. Хатта БСТ-ның “Бәхетнамә” тапшырыуында ла булдылар.
Әҡлимә инәй аш-һыуға ла бик оҫта. Ул магазиндан икмәк һатып алмай, унынсы тиҫтәһен ваҡлаһа ла уны үҙе һала. Бешергән бәлештәренең тәмлелеген ауылдаштары һәр саҡ маҡтап телгә ала. Дини мәжлестәргә лә Әҡлимә инәй тик үҙе бешергән аш-һыуҙы ғына табынға ҡуйып, барыһын да аптыратып, хайран ҡалдырған. Йор һүҙле, киң күңелле инәйебеҙ тормош иптәше Низаметдин менән дүрт балаға ғүмер биреп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр һөйөп ҡыуана.

Сәләмәт тормош — уның девизы
Василий Калитович Калитовты районда белмәгән кеше һирәктер. Ул ғүмере буйы Ҡариҙел ауылының 1-се урта мәктәбендә физкультура дәресен алып барған педагогик хеҙмәт ветераны, билдәле спортсы. Йыл һайын Василий Калитович саңғы фестивалендә ҡатнашып, үҙенең йәш категорияһында беренселекте алып килә. Ул бер ваҡытта ла иҫерткес эсемлектәр ҡапмаған, тәмәке тартмаған, тик сәләмәт тормош алып бара. Сәләмәт йәшәү рәүешен Василий Калитович үҙенең тормош девизы тип һанай. Уҡыусылары, коллективы уны һаман да хөрмәт итә, янында йыш булырға тырыша.
Ҡатыны Фаизә Хәбибрахман ҡыҙы менән улар өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Ҡыҙҙары әсәләре һөнәре буйынса акушер-гинеколог булып китһә лә, атайҙары һымаҡ спортты яратты, саңғы, волейбол буйынса һәр саҡ алдынғылыҡты алып килде.
Василий Калитович — тәжрибәле баҡсасы ла. Район үҙәгендә беренсе алмалар, төрлө емеш ҡыуаҡтары, ят-ят сәскәләр, декоратив үҫемлектәр нәҡ Калитовтар баҡсаһында булғандыр, тиһәк, хата булмаҫ. Заманында уларҙың баҡсаһында 100-ҙән ашыу культура иҫәпләнә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Василий Калитович былтыр 59 йыл бергә татыу йәшәгән тормош юлдашын баҡыйлыҡҡа оҙатты. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, 88 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, мал аҫрап, үҙ ағын татып, баҡсаһын үҫтереп, матур тормош кисерә. Киләһе саңғы ярыштарына ла үҙен физик яҡтан әҙерләргә онотмай.

Ярты быуаттан ашыу умартасылыҡ менән мәшғүл
Башҡорт балы тотош донъяла киң танылыу тапты, Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһе исемлегенә индерелде. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе бөгөн һәр ауылда тиерлек осратырға мөмкин. Күптәр был эшкә табышлы шөғөл кеүек ҡараһа, икенселәр унан башҡа йәшәй алмай, үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек умартасылыҡ серҙәрен өйрәнеүҙән туҡтамай. Яңы Бәрҙәш ауылында йәшәүсе Ғайфулла Кәлимулла улы Ғиндуллин тап шундайҙарҙан. Ул яңыраҡ 75 йәшен билдәләне.
Бәләкәй сағынан уҡ Ғайфулла олатай ата-әсәһенең нисек итеп бал ҡорттары ҡарағанын күреп үҫә. Ҡайһы ваҡыт тиҫтерҙәре менән уйнарға ла сыҡмайынса, умарталары янында ваҡытын үткәрә. Был кәсептең һәр нескәлеген белгән Ғайфулла олатайҙың бөгөн дә 30-ҙан ашыу умартаһы бар.
1970 йылда яҙмышын уҡытыусылыҡ менән бәйләгән Мәрйәм Мөхөтдин ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Атаһы уға бер умарта бал ҡортон бирә. Шул ваҡыттан бирле ул шифалы татлы ризыҡтан өҙөлгәне юҡ. Һөнәре буйынса водитель булып эшләгән Ғайфулла Кәлимулла улы тыуған районы тәбиғәтенә иҫ киткес ғашиҡ кеше. Йүкә ағастары күпләп сәскә атҡан ваҡытта бал ҡорто күстәренең гөж килеүен тыңларға ярата. Үҙенең шөғөлөнә тотош ғаиләһен дә ылыҡтыра. Мәрйәм апай менән дүрт ул тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың барыһы ла нәҫелдән килгән кәсепте яҡшы белә. Әйткәндәй, Ғайфулла ағай бөгөн үҙенең улдары менән дә ғорурланырға хаҡлы. Олоһо Айҙар — Яңы Бәрҙәш ауыл биләмәһе башлығы, Илфат Екатеринбург ҡалаһында төпләнгән, Наил – район хакимиәтендә урман сәнәғәте буйынса белгес, кеселәре Раушан — “Урман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры. Аталарының кәңәшен алып, әсәләренең һүҙен тотҡан егәрле уландар береһенән-береһе аҡыллы, уңған кәләштәре менән Ғиндуллиндарҙы олатай һәм өләсәй иткән. Ғайфулла олатай, тип йүгерешеп килеп ингән ейән-ейәнсәрҙәрен умартасыбыҙ тәмле кәрәҙ менән һыйларға ярата. Бәләкәстәрен бал ҡорттарынан ҡурҡмаҫҡа өйрәтә, балдың файҙалы булыуын һәм улар һымаҡ егәрле, эшсән булырға кәрәклеген төшөндөрә ул.


Гөлнара Солтанова.
Ҡариҙел районы.

Йөрәктәре менән йәп-йәштәр
Йөрәктәре менән йәп-йәштәр
Йөрәктәре менән йәп-йәштәр
Йөрәктәре менән йәп-йәштәр
Йөрәктәре менән йәп-йәштәр
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: