Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Сентябрь 2022, 18:45

Асҡындар бөгөн тағы Ватанды һаҡлаусыларын оҙатты...

 Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!

Асҡындар бөгөн тағы  Ватанды һаҡлаусыларын оҙатты...
Асҡындар бөгөн тағы Ватанды һаҡлаусыларын оҙатты...

Республикабыҙҙа өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Хәрби көстәре сафына саҡырылған ир-егеттәрҙе оҙатыу дауам итә. Бөгөн, 29 сентябрҙә, асҡындар  тағы ла бер төркөм Ватан һаҡсыларын оҙатты.

Һалдаттарға  район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Ҡариҙел һәм Асҡын райондары буйынса хәрби комиссариаттың хәрби ваҡыт штатының планлаштырыу, тәғәйенләү, мобилизация ресурстарын әҙерләү һәм иҫәпкә алыу бүлеге  начальнигы  Руслан Сәйфуллин, Афған ветерандары союзы Асҡын йәмәғәт берләшмәһе рәйесе Азат Әхмәтйәнов,  Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашыусы  Илдар Ибраһимов,  районыбыҙҙың дин әһелдәре мөрәжәғәт итеп, изге теләктәрен еткерҙе.

- Тыуған илде һаҡлау — һәр ваҡытта ла ир-егеттәрҙең изге бурысы һаналды. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа тыуған еребеҙҙе һаҡлап, Парижғаса барып еткән, артабан илебеҙҙе немец илбаҫарҙарынан азат итте. Бөгөн  нәҡ шундай ваҡыт етте. Беҙ һеҙҙе Тыуған илебеҙҙе һаҡларға оҙатабыҙ. Һәр берегеҙгә иҫән-һау булып, ҡуйылған бурыстарҙы үтәп, Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем.

Бөгөн яҡын кешеһен оҙатҡан һәр ғаиләгә тейешле ярҙам күрһәтеләсәк. Улар өсөн тыныс булығыҙ, ҡайғырмағыҙ. Бындай эш башланды инде. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы булдырылды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләренә улар ярҙам итәсәк. Беҙ һеҙҙе Асҡын ерендә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ! — тине Динис Рәдис улы һәм йола буйынса төркөм етәксеһенә Башҡортостаныбыҙҙың Дәүләт флагын тапшырҙы.

Республикабыҙҙа барған “Һалдатҡа хат” акцияһына ҡушылып, Асҡын 2-се урта мәктәбенең  Любидә Рәит ҡыҙы һәм Гүзәл Нәҡиф ҡыҙы етәкләгән 4-се А һәм В класы уҡыусылары өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәргә изге теләктәрен еткереп, рәхмәт белдереп, хат яҙып алып килеп тапшырҙы. Балаларҙың “Беҙ һиңә ышанабыҙ! Еңеү яулап ҡайт!” тигән матур теләктәре тиҙерәк томошҡа ашһын!

Наилә Имаева.

Читайте нас: