Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Сентябрь 2022, 11:15

Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!

Бөгөн, 27 сентябрҙә, асҡындар өлөшләтә мобилизациялау буйынса саҡырылған ир-егеттәрҙе оҙатты.

Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!
Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!

 

Рәсәйҙе, уның суверенитетын, территориаль бөтөнлөгөн һаҡлау һәм илебеҙ халҡының именлеген тәьмин итеү өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин өлөшләтә мобилизация үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Уны үтәү өсөн республиканың башҡа райондары һымаҡ, асҡындар ҙа өлөшләтә мобилизациялау буйынса саҡырылған 43  ир-егетте оҙатты. Әйтергә кәрәк, ете райондашыбыҙ үҙ теләге менән Тыуған илебеҙҙе һаҡларға юлланды. Уларҙың иң олоһона — 49 йәш.   

Бөгөн, 27 сентябрҙә, уҙған   тантаналы митингыға  ир-егеттәрҙе оҙатырға уларҙың ҡатындары, ата-әсәләре, балалары, туғандары, дуҫтары ғына түгел, ә бөтә район халҡы килде.

Һалдаттарға  район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Ҡариҙел һәм Асҡын райондары буйынса хәрби комиссариаттың хәрби ваҡыт штатының планлаштырыу, тәғәйенләү, мобилизация ресурстарын әҙерләү һәм иҫәпкә алыу бүлеге  начальнигы  Руслан Сәйфуллин, район ветерандар советы рәйесе  Сәғитйән Ғәлин,  Афған ветерандары союзы Асҡын йәмәғәт берләшмәһе рәйесе Азат Әхмәтйәнов,  Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашыусы  Илдар Ибраһимов,  райондың имам-мөхтәсибе  Рөстәм Ғәйзуллин  мөрәжәғәт итеп, изге теләктәрен еткерҙе.

  • Тыуған илде һаҡлау — һәр ваҡытта ла ир-егеттәрҙең изге бурысы һаналды. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа тыуған еребеҙҙе һаҡлап, Парижғаса барып еткән, артабан илебеҙҙе немец илбаҫарҙарынан азат итте. Бөгөн  нәҡ шундай ваҡыт етте. Беҙ һеҙҙе Тыуған илебеҙҙе һаҡларға оҙатабыҙ. Һәр берегеҙгә иҫән-һау булып, ҡуйылған бурыстарҙы үтәп, Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем.

Бөгөн яҡын кешеһен оҙатҡан һәр ғаиләгә тейешле ярҙам күрһәтеләсәк. Улар өсөн тыныс булығыҙ, ҡайғырмағыҙ. Ошо урында иң оло һалдат Рәфис Фәйзрахмановҡа Башҡортостаныбыҙҙың флагын тапшырырға рөхсәт итегеҙ. Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс тә,  ул иң беренселәрҙән булып  хәрби комиссариатҡа повестка алырға килә. Республика символы булған Дәүләт флагын күҙ ҡараһылай  һаҡлағыҙ, егеттәр!  Беҙ һеҙҙе Асҡын ерендә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ! — тине Динис Рәдис улы.

Илһөйәрлек менән һуғарылған сығыштарҙың асылы бер — һалдаттарыбыҙ иҫән-имен хәрби бурыстарын үтәп ҡайтһын!

Һәр кемеһенең йөрәге илаһа ла, оҙатып ҡалыусылар үҙҙәрен ҡулға тоторға тырышты. Сөнки ил тыныслығы, ил киләсәге өсөн дошмандарҙы юҡ итергә кәрәк! Хәрби бурыс үтәргә юлланған егеттәр ҙә үҙҙәрен тыныс тотто.

  • Беҙ илебеҙҙе һаҡларға тейеш. Ысын ир-егеттәр башҡаса булдыра алмай! — тине улар!

  Күҙ йәштәре аша яҡындарын оҙатыусыларҙың да теләктәре бер — Еңеү менән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Наилә Имаева.

 

Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!
Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!
Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!
Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!
Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!
Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!
Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!
Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!
Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!
Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!
Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!
Иҫән йөрөп, иҫән ҡайтығыҙ!
Читайте нас: