Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
11 Сентябрь 2022, 07:30

Гипертониктарға нимә ашарға?

Һәр ауырыуҙы дауалауҙа дөрөҫ туҡланыу мөһим роль уйнай.   Ҡан баҫымын нормала тотоу өсөн  ниндәй аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирергә һуң?

Гипертониктарға нимә ашарға?Гипертониктарға нимә ашарға?
Гипертониктарға нимә ашарға?

     * Майһыҙландырылған эремсек йөрәкте нығыта, ҡан тамырҙарының киңәйеүенә булышлыҡ итә, кальций, магний, калий  сығанағы булып тора. Шуға күрә көн һайын 100 г эремсек ашарға кәрәк.

     * Ҡыҙыл татлы борос С витаминына бай.  Уны мөмкин тиклем йышыраҡ ашарға кәңәш ителә.  Көнөнә ике татлы борос ашағанда ғына ла,  организм С витаминына ҡытлыҡ кисермәйәсәк.   

      * Һөмбаш балығы    омега-3 майлы кислотаһының сығанағы булып тороу сәбәпле, юғары ҡан баҫымын   төшөрөргә булышлыҡ итә.  Аҙнаһына өс тапҡыр уны 100 – 150 г туҡланыу рационына индереү яҡшы һөҙөмтә бирә.   

       * Һәр иртә гипертониктарҙың менюһында һоло бутҡаһы булырға тейеш. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә,  һоло организмды селен менән байыта, унда күҙәнәклек күп. 

       * Ҡабаҡ орлоғо цинк дефицитын ҡаплап, инфарктан һаҡлай. Көнөнә уны 20 г ашау ҙа етә.  

       * Какао ла ҡан тамырҙарын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Әммә ул калорияға бай булыу сәбәпле, аҙнаһына бер– ике сынаяҡ ҡына эсеү ҙә етә.   

        * Майһыҙландырылған һөт калий, кальций һәм магнийға бай булыу сәбәпле, шулай уҡ гипертониктарға файҙалы. Уны көнөнә өс стакан эсергә мөмкин.    

        * Әсе шоколад йөрәк мускулын нығыта, антиоксиданттарға бай булыу сәбәпле,    5-10 мм-ға ҡан баҫымын төшөрә.  Уны ла күпләп ашарға ярамай.

        * Миндаль ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә ярҙам итә. Уның составында шулай уҡ юғары ҡан баҫымын төшөрөү өсөн кәрәкле калий, магний, Е витамины бар.

         * Йәшел сәйҙе даими рәүештә эскәндә, холестерин төйөрсәләрен бөтөрөргә булышлыҡ итә. Антиоксиданттарға бай булыу сәбәпле, организмдың ҡартайыуын тотҡарлай. Японияла йәшәүселәр күберәк йәшел сәй  эсә, шунлыҡтан гипертония менән ауырыусылар ҙа һирәк.

Фото:Т. Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/zd/2022-09-11/gmpertoniktar-a-nim-ashar-a-2943388
Гипертониктарға нимә ашарға?
Гипертониктарға нимә ашарға?
Автор:
Читайте нас