Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
9 Сентября 2022, 09:14

Бәрхәт сәскәһенән дауа

Ашҡаҙан аҫты биҙе ауырыуҙарын, шәкәр диабетын иҫкәртеү,  ҡан тамырҙарын һәм нервы системаһын нығытыу өсөн мотлаҡ бәрхәт сәскәһе менән дарыуҙарҙы ҡулланып ҡарағыҙ. 

Бәрхәт сәскәһенән дауаБәрхәт сәскәһенән дауа
Бәрхәт сәскәһенән дауа
  1. Бер сәскәне орлоғо менән бергә ваҡлап, бер стакан ҡайнар һыуҙа бешерергә һәм көнөнә өс-дүрт тапҡыр ¼ стакан эсергә. Панкреатит өйәнәге йыш булған осраҡта һәр ике сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә мөмкин.
  2. Ала ауырыуынан (витилиго), нейродермиттан, псориаздан, күреү һәләте насарайғанда һәм сәс ҡойолоуҙан 8 сәскәгә 4 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, талғын утта 5 – 7 минут ҡайнатырға. Һыуын ҡойоп алып, сәскәһенә тағы  ярты стакан һыу өҫтәп, тағы 5 – 7 минут ҡайнатырға. Һуңынан һөҙөп алып, тәүге һыуы менән ҡушырға һәм көнөнә өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә. Дауаланыу курсы – бер ай.
  3. Йоҡоһоҙлоҡтан, тынысһыҙлыҡтан һәм ҡыҙыусанлыҡтан.

Яңы өҙөп алынған сәскәләрҙе һәм япрағын ваҡларға. Бер ҡалаҡ ошо ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт тоторға һәм һөҙөп алырға. Көнөнә дүрт тапҡыр ашарҙан 20 минут алда ¼ стакан эсергә. Иң һуңғыһын йоҡлар алдынан эсергә кәрәк.

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-09-09/b-rh-t-s-sk-en-n-daua-2942414
Бәрхәт сәскәһенән дауа
Бәрхәт сәскәһенән дауа
Автор:
Читайте нас