Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Август 2022, 06:00

“Ҡорос ат”ты үҙ итәләр

Ғабдуллиндарҙың водителдәр династияһы вәкилдәре һөнәренә тоғро ҡала

“Ҡорос ат”ты үҙ итәләр“Ҡорос ат”ты үҙ итәләр
“Ҡорос ат”ты үҙ итәләр

Һәр ауыл фиҙаҡәр хеҙмәте менән абруй яулаған эшһөйәр ғаиләләре менән лайыҡлы ғорурлана ала. Оло Шаҙы ауылында ла хеҙмәт династиялары байтаҡ. Мәҫәлән, Ғабдуллиндар ғаиләһендә быуындан-быуынға техникаға һөйөү күсә килә. Был династияның водитель стажы — 90 йыл. Улар бер быуатҡа яҡын ошо һөнәргә тоғро хеҙмәт итә.
Ғабдуллиндарҙың водителдәр династияһына башланғыс биреүсе Ғәбделбарый Ғабдулла улы Оло Шаҙы ауылында тыуа. Ауыл мәктәбен тамамлағас, ул Өфө ҡалаһына һөнәри училищеға уҡырға инә. Токарь белгеслеген үҙләштереп, заводта эшкә ҡала. Тик ул шау-шыулы ҡала тормошона күнегә алмай: хозур тәбиғәтле тыныс ауыл тормошо үҙенә тарта. 1958 йылдан 1989 йылға тиклем водитель булып эшләй.
“Ҡорос ат”ын йәнеләй күргән Ғәбделбарый Ғабдуллин үҙ һөнәренең оҫтаһы була. Тырыш хеҙмәте өсөн күп тапҡыр Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Илеш районы һылыуы Хәүлә исемле ҡыҙға өйләнеп, 42 йыл бәхетле ғүмер итәләр. Улар ике ҡыҙ — Римма һәм Зиләне, улдары Азатты үҙҙәре һымаҡ эшһөйәр, тырыш, аҡыллы итеп тәрбиәләп үҫтерә. Әйткәндәй, Азат атаһы юлынан китеп, водитель һөнәрен үҙ итә.
— Мин бәләкәйҙән водитель булырға хыяллана инем, — тип иҫкә төшөрә Азат Ғәбделбарый улы. – Атайым менән һәр ваҡыт машинала булдым, бергә ремонтлай торғайныҡ, ҡыҫҡаса әйткәндә, “машина ене” миңә лә ҡағылды. Алты йәштә машина йөрөтә белә инем! Һәр кем күңеленә ятҡан һөнәрҙе һайларға тейеш, тип уйлайым. Водитель һөнәре, күптәр уйлағанса, руль әйләндереү генә түгел ул. Был эштә сыҙамлы, тәртипле һәм иғтибарлы булырға кәрәк.
Мәктәпте тамамлағанда ул киләсәктә водитель булырын ныҡлы белә. Шуға күрә, уйлап та тормай, Бөрө ҡалаһына уҡырға бара. Хәрби хеҙмәткә алынғас, унда ла водитель була. Армиянан ҡайтҡас, үҙ һөнәре буйынса эшен дауам итә, колхоз рәйесен йөрөтә. Ошо йылдарҙа үҙенең мөхәббәтен — Лиза Вәрис ҡыҙын осрата. Ул мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Йәштәр ғаилә ҡороп, гөрләтеп донъя көтә башлай. Улар Айрат һәм Марат исемле улдарына матур тәрбиә бирә.
2008 йылда Азат Ғәбделбарый улына мәктәп автобусын ышанып тапшыралар, сөнки балаларҙы йөрөтөү икеләтә яуаплы эш. Бында ла һынатмай ул: уҡыусыларҙы ваҡытында дәрескә илтә һәм алып ҡайта, һәр саҡ иғтибарлы һәм ихтирамлы. 35 йыл хеҙмәт стажына эйә водитель фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Почет грамоталары, дипломдар, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Бөгөн Ғабдуллиндар династияһын Айрат һәм Марат лайыҡлы дауам итә. 30 йәшлек Айраттың водитель стажы 14 йыл. Өйләнгән, тормош иптәше менән ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Кесе улдары Марат та йәш булыуына ҡарамаҫтан, 10 йыл инде “тимер ат”ты йүгәнләй. Улар икеһе лә вахта ысулы менән эшләй.
Тәжрибәле, үҙ эшенең оҫтаһы булған водитель Азат Ғәбделбарый улы беренсе ҡарауҙан машинаның ватылған ерен, уның ватылыу сәбәбен билдәләй. Двигателдең тауышынан машинаның ҡайһы ерен йүнәтергә кәрәклеген әйтә. Бындай һәләт, әлбиттә, оҙаҡ йылдар эшләгән, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған водителдәргә генә бирелә. Әлеге ваҡытта техника серҙәрен улдары менән ихлас бүлешә, үҙенең белгәнен уларға өйрәтә. “Тимер ат”ты йүгәнләүселәргә һәр саҡ “йәшел ут” янып торһон! Киләсәктә ейәндәре лә Ғабдуллиндарҙың династияһын дауам итер, тип ышанабыҙ.

Лилиә ХӘСӘНОВА.

“Ҡорос ат”ты үҙ итәләр
“Ҡорос ат”ты үҙ итәләр
“Ҡорос ат”ты үҙ итәләр
“Ҡорос ат”ты үҙ итәләр
“Ҡорос ат”ты үҙ итәләр
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас