Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Август 2022, 04:00

Көтөп алынған бүләк

Бөрө районы Иҫке Баҙан ауылында депутат наказы буйынса “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә уйын майҙансығы ҡуйылды. Уны асыу балалар өсөн ысын байрамға әйләнде. Сертификатланған бәүелсәктәр шунда уҡ ныҡлыҡҡа тәүге һынау тотто. Майҙансыҡтағы ҡорамалдарҙы ҡарап сыҡҡас, малайҙар: "Шәп!" — тип баһа бирҙе.

Көтөп алынған бүләкКөтөп алынған бүләк
Көтөп алынған бүләк

Сараға килеүсе район Советы депутаттары Валерий Кочубеев, Антон Антонов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Дарья Никитина ата-әсәләр менән аралашҡас, майҙансыҡтағы ҡоролмаларҙы ҡарап сыҡты. Барыһы ла заманса йыһазландырылған, иң мөһиме — хәүефһеҙ. Сағыу төҫтәр балҡышы ла күңелде күтәрә. Ошо бар булдырылған уңайлылыҡты һаҡларға ғына кәрәк.
Уйын майҙансығы урындағы ауыл мәҙәниәт йорто биләмәһенә ҡуйылған. Был бигерәк тә уңайлы, сөнки клубта төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнгән балалар эштәре бөткәс, майҙансыҡҡа сығып уйнай ала.
Иҫке Баҙан ауыл биләмәһе халҡы “Аныҡ эштәр” проектында беренселәй генә ҡатнашмай. Быға тиклем яҡташтарына — Граждандар һуғышы ҡатнашыусылары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде яңыртҡан, ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында иҙәнде һәм мәктәп ихатаһы алдындағы ҡойманы ремонтлаған. Балалар баҡсаһына уйын майҙансығы ла алалар. Ҡуян ауылында үҫмерҙәр өсөн спорт майҙансығы төҙөйҙәр. Һәм бына сираттағы наказ үтәлә.
— “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты урындарҙа граждандарҙың күтәреп сыҡҡан һорауҙарын сисеүҙә ярҙам итә, — тип аңлатты Иҫке Баҙан ауыл биләмәһе башлығы Владимир Вәлитов. — Проектҡа бүленгән һәр һумдың тәғәйенләнгән эштә тотонолоуын, башҡарылған эштәрҙең сифатлы булыуын депутаттар ауыл халҡы менән берлектә контролдә тота. Беҙҙең исемлектә хәл итәһе һорауҙар бар әле. Иң беренсе сиратта нимә эшләргә кәрәклеген йыйылыштарҙа хәл итәбеҙ. Тиҙҙән киләһе йылға наказдар йыябыҙ. Һис шикһеҙ, яңы объект билдәләйәсәкбеҙ.


Степан Чиглинцев фотоһы.

Ольга Платонова.

Көтөп алынған бүләк
Көтөп алынған бүләк
Көтөп алынған бүләк
Көтөп алынған бүләк
Көтөп алынған бүләк
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас