Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
27 Августа 2022, 07:00

Тормош өсөн уңайлы шарттар булдырыла

Бөрө юлсылары Луганск Халыҡ Республикаһында юлдарҙы ремонтлай

Тормош өсөн уңайлы шарттар булдырылаТормош өсөн уңайлы шарттар булдырыла
Тормош өсөн уңайлы шарттар булдырыла

Башҡортостан Красный Луч ҡалаһы халҡына юлдарҙы, инженер селтәрҙәрен, торлаҡ-коммуналь хужалығын, социаль объекттарҙы тергеҙеүҙә ярҙам итеүҙе дауам итә.
Республикабыҙ юлсыларының тәүге төркөмө ҡалаға 11 майҙа килә. 26 кеше, шул иҫәптән Бөрө юл ремонт-төҙөлөш идаралығынан алты эшсе, махсус техникалар алып бара.
— Урындағы белгестәр менән асфальт түшәү машинаһында эшләнем, — ти Бөрө ҡалаһынан 45 йәшлек Родион Геннадьевич Князев. — Унда 42 көн булдыҡ. Асфальт-бетон заводын төҙөнөк. Завод өсөн барлыҡ ҡорамалдар республикабыҙҙан алып киленде. 8 июндә бында тәүлегенә 400 тонна асфальт етештереү ҡеүәте булған асфальт–бетон заводы эшләй башланы. Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтланыҡ. Бар эштәрҙе ла намыҫ менән сифатлы итеп башҡарҙыҡ. Урындағы халыҡ беҙгә яҡшы мөнәсәбәттә булып, рәхмәт әйтеп ҡалды. Кешеләр яҡшы, тыныс шарттарҙа йәшәп, балалар үҫтерергә теләй. Уларға ауыр саҡта ярҙам итә алғаныбыҙға шатмын. Красный Лучҡа икенсе бригада составында беҙҙең Николай Сальников барып ҡайтты. Әле вахтала башҡа эшселәр. Бирелә эш күп, бер йылда ғына бөтә торған түгел. Республикаға ярҙам итергә кәрәк.
Родион Князев юл ремонт-төҙөлөш идаралығында сирек быуаттан ашыу эшләй. Ул — ышаныслы һәм яуаплы хеҙмәткәр, татыу ғаилә башлығы. Өлкән улы армияла хеҙмәт итеп ҡайтты, кесеһе мәктәптә уҡый.
— Май айында ғына Красный Луч ҡалаһына 165 тонна гуманитар ярҙам, шулай уҡ 150-ләп медицина хеҙмәткәре, торлаҡ-коммуналь өлкәһе белгестәре килде, — ти Родион Геннадьевич.
Башҡортостан халҡы өсөн Красный Луч ҡалаһы сит түгел. Бында легендар генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов ерләнгән. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙҙең республика Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына ярҙам итеүҙе дауам итеп, иҡтисадта һәм социаль өлкәлә хеҙмәттәшлекте үҫтерә, Луганскиҙан балаларҙы — һауыҡтырыу лагерҙарына, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе шифаханаларға ял итергә ҡабул итә.

Ольга Платонова.

Тормош өсөн уңайлы шарттар булдырыла
Тормош өсөн уңайлы шарттар булдырыла
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас