

Район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин бөгөн аграрийҙар хеҙмәтен урындарҙағы баҫыуҙарға барып күрҙе. Әлеге ваҡытҡа 14 мең гектар майҙанда уңыш йыйыу эштәре гөрләй, барлығы 24 берәмек техника йәлеп ителгән. 1500 гектар майҙанда урып-йыйыу эштәре тамамланған да инде. Ә бына сәсеү эштәре 1500 гектар ерҙә ойошторолған, был барлыҡ күрһәткестәрҙең 30 процентын тәшкил итә. Ауыл хужалығы бүлеге белгестәре билдәләүенсә, 25 авгусҡа сәсеү тамамланыуы планлаштырылған.
Айҙар Әнғәм улы “Фәтхиев крәҫтиән-фермер хужалығы” шәхси эшҡыуар хужалығында һәм “Зуевское” йәмғиәте баҫыуҙарында булды. Ул “Зуевское” йәмғиәте баҫыуҙарында “Чепелев иҫтәлегенә” арналған арпаны йыйып алыу барышы менән танышты. Был элиталы сортлы иген гектарынан 40 центнер уңыш биргән. “Урал-2” элиталы һолонан да шундай уҡ мул уңыш алыуға ирешелгән.
“Агроресурс Ҡариҙел” ойошмаһы баҫыуҙарында ла Айҙар Әнғәм улы эштәрҙең көйлө барғаны менән ҡәнәғәт ҡалды. Бында сифатлы сортлы культураларҙы сәсеү бара. Уны юғары комплекслы агрегат башҡара, ул ҡый үләндәрен тулыһынса бөтөрөп, бураҙналар өҫтөн тип-тигеҙ итеүгә, сифатлы итеп тупраҡтарҙы ашламалар менән ҡатыштырыуға һәләтле.
Район аграрийҙарының фиҙаҡәр хеҙмәте, уларҙың яңы технологиялар ҡулланып эш башҡарыуҙары йылдан-йыл бөртөклө культураларҙың уңышына килтерә, тип билдәләне район башлығы.
Гөлнара Солтанова.