

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов етәкселегендә ауыл хужалығы бүлеге белгестәре лә “Баҫыу көнө” семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш һәм төньяғында урынлашҡан 17 район аграрийҙары менән берлектә улар 2022 йылғы урып-йыйыу кампанияһы һәм ауыл хужалығы культуралары хаҡында һөйләште. Әлбиттә, өҫтөнлөк илебеҙҙә етештерелгән сорттарға бирелә. Шулай ҙа, санкцияларға ҡарамаҫтан, импорт орлоҡтарынан да бер кем дә баш тартмай. Был хаҡта сараның төп спикеры БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бәйән итә. “ Бөгөн күп нәмә техниканың сифатынан һәм һанынан тора, ураҡты ваҡытында тамамлау мөһим. Бөгөн булған уңышты юғалтыуҙарһыҙ йыйып алырға һәм лайыҡлы хаҡҡа һатырға кәрәк. Быйыл бойҙайҙың үҙ хаҡы ла артты. Шуға күрә аграрийҙарға аңлап эшләргә кәрәк”, — ти етәксе.
“Баҫыу көнө”ндә заманса ауыл хужалығы техникаһы һәм иң яҡшы сортлы иген культураларының һәм орлоҡ сығарыу сәсеүлектәре күргәҙмәләре менән танышалар.
Наилә Имаева.
Фотолар сығанағы: https://apkrb.info/press-service/news/ilshat-fazrahmanov-urozhay-v-bashkortostane-raduet-povsemestno-sobrano-bolee