Ғәйниямал Карамова 1952 йылдың 12 июлендә Бөрө районының Яңы Яндыҙ ауылында Миңлекамал һәм Нурихан Ғилимхановтарҙың ишле ғаиләһендә тыуа. Атаһы Нурихан Ғилемхан улы урмансы, һунарсы була. Әсәһе Миңлекамал Мөхәмәтгәрәй ҡыҙы сығышы менән Борай районынан, колхозда эшләй. Үкенескә күрә, ҡаты ауырыу бик иртә уны яҡты донъянан алып китә. Ағаһы һигеҙенсе класты тамамлағас, комсомол юлламаһы менән Ҡаҙағстанға ебәрелә. Уның артынан апаһы ла китә. Һигеҙенсе класты тамамлаған Ғәйниямалды ла улар үҙҙәренең янына ала. Шулай итеп, тормош уларҙы Ҡаҙағстандың Арҡалыҡ ҡалаһына ташлай.
Ғәйниямал Нурихан ҡыҙы ҡала типографияһында эшләй башлай. 1970 йылда яҡташы, Финадик исемле Тәтешле егетенә кейәүгә сыға. Бер-бер артлы Юрий һәм Игорь исемле улдары тыуа. Шулай тормош үҙ яйы менән бара. Әммә ләкин, тыуған яҡ үҙенә тарта. Башҡортостанды бик һағына улар. Кесе улдары Игорь Мишкә районы ҡыҙы Гөлнара Фәйзелғаян ҡыҙына өйләнгәс, улар тыуған яҡтарына ҡайтырға хәл итә. 1996 йылда Мишкә районы үҙәгенә ҡайтып төпләнәләр. Тыуған яҡтың матурлығына һоҡланып, шатланып, парлашып йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит, Ғәйниямал апайҙы ҡара ҡайғыға һалып, 1998 йылда һөйөклө ире донъя ҡуя. Тормош дауам итеүен аңлап, хәҙерге Мишкә агросәнәғәт колледжына, ул ваҡыттағы 150-се һөнәрселек училищеһына эшкә бара. Башта уны Өфөгә курстарға ебәрәләр, унан склад мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Училищела ул ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә.
Ашнаҡсы, склад мөдире булып эшләй. Уҡыу йортоноң яңы ашханаһы асылғас, Ғәйниямал апайға ашхана мөдире вазифаһын йөкләтәләр. Бында ул 14 йыл эшләй. Барыһына ла өлгөрөргә тырыша, өйҙә мал-тыуар тоторға, баҡса үҫтерергә лә ваҡыт таба. Хаҡлы ялға сыҡҡас та уны ебәрмәйҙәр училищенан, тағы ла дүрт йыл эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
— Училищела эшләү дәүере хәтерҙә бик матур миҙгел булып уйылып ҡалды. Етәксебеҙ яҡшы кеше булды. Валерий Тимерғәле улы Байбулатов әле булһа иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Ололар көнө, 8 Март байрамдары, тыуған көндәр менән һәр ваҡыт ҡотлай. Коллективтан бик уңдым. Бер ваҡытта ла һүҙгә килешкән булманы, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, дуҫ-татыу эшләнек, — ти Ғәйниямал Карамова.
Карамовтарҙың икенсе улы Юрий ҙа 2000 йылда Мишкә ҡыҙы Ирина Фәйзелғаянова менән тормош ҡора. Әлеге ваҡытта Ғәйниямал апай улар менән йәшәй. Ашарға бешереп, килененә йорт тирәһендәге ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарырға ярҙам итә. 22 йыл бергә торған ҡәйнә менән килен күптән инде бер-береһен ярты һүҙҙән аңлай. Ғәйниямал апайҙың ике ейәнсәре, дүрт ейәне бар. Уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Барыһы ла тиерлек юғары уҡыу йорттарында белем ала. Балалары ла районда ихтирамлы кешеләр.
Лилиә ХӘСӘНОВА.