Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
31 Июль 2022, 05:00

«Айдос»та дуҫтар табыла

Лагерҙа ял итеүсе балаларҙың һәр сәғәте файҙалы ла, күңелле лә үтә

«Айдос»та  дуҫтар табыла«Айдос»та  дуҫтар табыла
«Айдос»та дуҫтар табыла

Мәктәп уҡыусыларының йыл буйы түҙемһеҙлек менән көтөп алған йәйге каникулының ҡыҙған мәле. Ҡайһы бер балалар мәктәп лагерында, кемдер ата-әсәләре менән сәйәхәткә сыға, бәғзеләре ауылда олатай-өләсәйҙәрендә рәхәтләнеп ял итә. Нәҡ ошо миҙгелдә ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡояшта ҡыҙынып, сынығып, һаулығын нығыта.
Ҡариҙел ауылында урынлашҡан “Айдос” лагерында ял итеүсе балаларҙың һәр сәғәте файҙалы ла, күңелле лә мәҙәни, спорт ярыштарына бәйле. Көн һайын ниндәйҙер ҡыҙыҡлы саралар ойошторола, бының өсөн вожатыйҙар үҙҙәренең фантазияһын йәлләмәй.
Мәғариф бүлеге методисы Лариса Шакир ҡыҙы Сафина әйтеүенсә, лагерь өс сменала уҙа. 22 июлдә икенсе смена тамамланды. Уны ябыу тантанаһына район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Карам улы Вәлинуров һәм мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Камил ҡыҙы Нәжметдинова килде. Рәмил Карам улы балаларҙы йәйге ялдарын файҙалы үткәреүҙәре менән тәбрикләне һәм лагерь хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт еткерҙе.
— Тәүге ике сменала 50-шәр бала ҡабул иттек. Ата-әсәләр быйыл юллама алып, балаларын ял итергә ебәреүҙәре йылдамлашты, хатта тәүге сменаларға сират та күбәйеп китте. Әлбиттә, өҫтөнлөк күп балалы йәки патронат ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә бирелде, улар дәүләт ярҙамы менән бушлай ял итте, — тине Лариса Шакир ҡыҙы.
“Айдос” лагеры Ҡариҙел ауылындағы 1-се урта мәктәптең интернат бинаһында урынлашҡан. Йәнәшәлә генә “Яр буйы” паркы, пляж – былар барыһы ла балаларҙы саф һауала йөрөргә, һыу инергә, сынығырға, ҡояшта ҡыҙынырға ярҙам итә. Бынан тыш, тәрбиәләнеүселәр әленән-әле төрлө сәйәхәттәргә сыға. Мәҫәлән, улар “Яңы быуын китапханаһы” – райондың үҙәк моделле китапханаһына, Байҡы ауылындағы тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейына барып, төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплаған. Бындай сараларҙан һуң балаларҙың тәьҫораттары, хис-тойғолары сикһеҙ була.
Яңыраҡ район Мәҙәниәт һарайы ҡарамағында булған автоклуб хеҙмәткәрҙәре балаларға “Күңелле йәй” программаһын әҙерләне. Улар зиһенде үҫтереүсе уйындарҙы командаларға бүленеп уйнаны, һәр отряд үҙенең таһыллығын, йылғырлығын күрһәтеп, сәмләнеп ҡатнашты. Артабан Мәҙәниәт һарайы методисы Эльвира Рәшит ҡыҙы Ғәбдинурова ҡыҙыҡлы йомаҡтар ҡойҙо, күңелле көйҙәргә балаларҙы бейетте һәм караоке ярҙамында йырлатты.
Вожатыйҙар Милена Юрьевна Уваева, Илнара Ришат ҡыҙы Хәйҙәрова, Диана Фәрзәт ҡыҙы Сәлимйәнова, Диана Динар ҡыҙы Вәлиәхмәтова балаларҙың рухи тәрбиәһенә ҙур иғтибар бүлә. Коллективта үҙеңде тотоу, дуҫлыҡ ептәрен нығытыу кеүек ҡиммәттәр тәрбиәләүсе әңгәмәләр, уйындар, конкурстар бында йыш үткәрелә. Ысынында иһә, сменаның тәүге көндәренән үк балалар дуҫлашып бөтә лә ҡайтыр мәл етһә, моңһоуланып, хатта күҙ йәштәренә лә ирек ҡуялар икән.
Эйе, йәйге матур мәл бик тиҙ үтә. Шуға күрә ошо ваҡытта балаларҙың сынығып, ҙурайып, һаулығын нығытып, яңы көс менән уҡыу йылын башлауын теләйек.

Гөлнара Солтанова.

«Айдос»та  дуҫтар табыла
«Айдос»та дуҫтар табыла
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас