Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
28 Июля 2022, 09:50

Питомникта “баллы” осор

Борай еләк-емеш питомнигында әле иң “баллы” осор: ҡурай еләгенең нәҡ өлгөргән мәле, баҡса еләге лә йәй башынан мул уңышы менән һөйөндөрә. Бирелә иһә ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат, алма, груша, сейә һәм слива ағастары ла емештәренән һығылып тора.

Питомникта “баллы” осорПитомникта “баллы” осор
Питомникта “баллы” осор

Әлеге ваҡытта питомник күберәк баҡса еләге һәм ҡышҡа оҙаҡ һаҡлана торған яңы сорт алма үҫентеләре үрсетеү буйынса махсуслашһа ла, бирелә ҡурай еләге менән ремонтант баҡса еләген һатыуға тип тә үҫтерәләр. Июль аҙағы булһа ла, япраҡтар араһында һыуһыл эре баҡса еләктәре үҙенә ымһындырып тора. Ҡурай еләге араһына инеп китһәң, нәҡ Туҡайҙағыса: “күҙ асып йомғансы йыйырһың бер силәк”.
— Был көндәрҙә килеп үҙҙәренә еләк йыйып алырға теләк белдереүселәр шаҡтай күп. Береһен дә кире бормайбыҙ, — тип һүҙгә ҡушыла еләк-емеш питомнигы хужалары Лилиә һәм Рөстәм Мөғәллимовтар.
Урындағы фермер Рөстәм Мөғәллимов еләк-емеш питомнигында тыуғандан башлап эшләй, тиһәң дә була. Бөгөн уның ҡарамағында 78 гектар ер иҫәпләнә. Икенсе өлөшө иһә еләк-емеш буйынса үҫтереләсәк. Бирелә алмағас үҫентеләренең төрлө сорттары менән слива, сейәләр рәттәргә теҙелеп киткән. Киләсәктә башҡа йүнәлештәр буйынса ла эшләп ҡарарға ниәттәре бар. Тиҙ туңдыра торған йыһаз алып йыл әйләнәһенә үҙҙәренең баҡсаһында етештерелеп туңдырылған еләк-емеш һатырға уйлай булдыҡлы ир-егет.
Әлеге мәлдә бирелә эш ҡайнай, баҡса һәм ҡурай еләгенә сират торалар. Хатта тирә-яҡ район һәм ҡалаларҙан да килеп йыялар, үҙ клиенттары бар. Был ҡәҙәр эште, әлбиттә, икәү генә башҡара торған түгел, йәйен кеше яллап эшләтәләр. Мөғәллимовтарҙың ҡыҙҙары Карина һәм Зарина ла ғаилә эшендә ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы.

 


Гөлназ Хужина.

Питомникта “баллы” осор
Питомникта “баллы” осор
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас