

Асҡындан өс бала әсәһе, уңған хужабикә Гөлфиә Зыятдинова йылдағыса ҡайын еләген күп итеп йыйған, быйыл хатта тәмле, витаминлы ризыҡты 100 литрға еткергән.
— Ҡайын еләген бик яратабыҙ. Шуға мин йыл да күп итеп йыйырға тырышам. Башҡа йылдарҙа күберәге шәкәр бутап та, шәкәрһеҙ ҙә туңдырып ҡуя инем. Быйыл уны киптерҙем дә, ҡаҡ та эшләнем, — тип һөйләй Гөлфиә Зыятдинова.
Гөлфиә — аш-һыуға бик оҫта гүзәл зат. Ниндәй генә ризыҡтар бешереп яҡындарын һыйламай ул! Еләктән дә төрлө тәмлекәстәр әҙерләй. Зыятдиновтар ғаиләһендә өс бала үҫә. Малайҙар Камил менән Самир ҙурҙар инде, әсәләре менән еләккә йөрөйҙәр, шәп йыялар. “Еләктең тәмен белеп, нисек үҫкәнен күреп, эшкә өйрәнеп үҫһендәр”, — ти хәстәрлекле әсә.
Илһөйәр Махатова.