

Рәфисә Мәғзүм ҡыҙы һәм Әфҡән Муллаян улының йортона барып инеү менән үҙеңде сәскәләр донъяһына ингән кеүек тояһың. Сәскәләрҙең ниндәйе генә үҫмәй бында! Иртә яҙҙан көҙгә тиклем йортта, өй алдында, баҡсала үҫкән береһенән-береһе матур гөлдәр күҙҙәрҙе иркәләй, күңелде тынысландыра, тирә-яҡҡа матурлыҡ өләшә.
“Йорттағы матурлыҡты кем тыуҙыра?” тигән һорауға Рәфисә апай: “Икебеҙ ҙә инде. Бер кеше нимә эшләй ала. Бергәләп тырышһаң ғына матур итеп йәшәп була. Беҙ бар эште лә икәүләп эшләйбеҙ”, — ти. Ағас эшенә, иретеп йәбештереүгә оҫта хужа төрлө материалдарҙан хайуандар, ағастар, матур һауыттар эшләп ҡуйған. Йорттарында бар нәмә лә төҙөк, ҡараулы. Ҙур һәм иркен өйҙәрендә лә бар ерҙә лә тәртип, бөхтәлек, барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Бирелә лә һәр бүлмәлә шаулап гөлдәр үҫә. Рәфисә апай үҙе ҡул эшенә, бигерәк тә ырғаҡ менән бәйләүгә, аш-һыуға маһир.
Сөләймәновтар икеһе лә хаҡлы ялда. Рәфисә апай 41 йыл “Күк сәскә” балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән. Әфҡән ағай һуңғы йылдарҙа дауаханала тиҙ ярҙам машинаһы водителе булған. Ике бала — Филүс менән Зинфираға ғүмер һәм күркәм тәрбиә биреп үҫтергәндәр. Өс ейәндәре үҫеп килә.
Хаҡлы ялдабыҙ тип ҡул ҡаушарып ултырмай уңған хужалар. Мин уларға барып ингәндә лә тирләп-бешеп еләктән ҡайтҡандар ғына ине. Асҡын ауылының Блюхер урамынан дауаханаға барған һәр кем был булдыҡлы, гүзәллеккә ғашиҡ ғаиләнең йортона һоҡланмай уҙмайҙыр.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.