Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Март 2022, 11:07

Ярҙам һәм теләктәшлек йөҙөнән

 Донецк һәм Луганск  халыҡ  республикалары халҡына ярҙам итеү маҡсатында  балтастар хәйриә концерты ойошторҙо.

Ярҙам һәм теләктәшлек йөҙөнән
Ярҙам һәм теләктәшлек йөҙөнән

Балтас район  Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә Гүзәлиә Әхмәтйәнова,  Әлфинә Нурҡаева һәм Илдар Хәмәтовтарҙың  "Йөрәгемә усаҡ яғып көтәм..." тип исемләнгән хәйриә концерты уҙҙы.

 Мауыҡтырғыс сарала райондың һәүәҫкәр артистары үҙҙәренең иң дәртле, сағыу сығыштарын тамашасыларға бүләк итте.  Береһенән-береһе моңло,  күңел төпкөлөндә йәшеренеп ятҡан хисте уятырлыҡ йырҙарҙан торған тамаша бер тында үтте. Сара аҙағында район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев артистарға, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп , алдағы көндәрендә лә ижади уңыштар теләне.

Йырсылар теләге менән концерт хәйриә сараһы тип иғлан ителде, билеттар һатып йыйылған аҡсаларҙы Донецк һәм Луганск республикалары халҡына ярҙам итеп күсереү тәҡдимен тамашасылар хуплап ҡаршы алды. Аҙаҡта бөтә халыҡ баҫып, Рәсәй Президентына, Рәсәй  Ҡораллы көстәренә теләктәшлек белдереп,  "Катюша" йырын башҡарҙы.

Гөлназ  Ғәлләмова.

Ярҙам һәм теләктәшлек йөҙөнән
Ярҙам һәм теләктәшлек йөҙөнән
Ярҙам һәм теләктәшлек йөҙөнән
Ярҙам һәм теләктәшлек йөҙөнән
Ярҙам һәм теләктәшлек йөҙөнән
Ярҙам һәм теләктәшлек йөҙөнән
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: