Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Февраль 2022, 14:50

Иғтибар! Миҙаллы әсәйҙәр араһында ярыш!

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан төркөмөбөҙҙә “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған гүзәл заттар араһында ярыш ойошторабыҙ.

Билдәле булыуынса, «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан алып биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләргә бирелә. Башҡортостанда йәмғеһе һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо юғары исемгә лайыҡ булған. Ошоно күҙ уңында тотоп, беҙ конкурста эшендә уңған, донъя көтөүгә әүәҫ, иң мөһиме – балаларға ғүмер биргән, уларҙы баҡҡан әсәйҙәрҙе күрһәтергә булдыҡ. Ярышта ҡатнашыу өсөн “Бәйләнештә”ге төркөмөбөҙҙә нығытылған яҙма аҫтына миҙаллы әсәнең фотоһүрәтен һалығыҙ. Тотош ғаилә менән төшкән һүрәттәрҙе лә ҡабул итәбеҙ. Бер юлы әсәйегеҙҙең исем-шәрифен, ҡайҙан икәнен, тормошо, балалары тураһында яҙығыҙ. Йома көндө, йәғни 4 мартта беҙ тупланған фотоһүрәттәрҙе тауыш биреүгә ҡуясаҡбыҙ. Ҡушымта 9 мартта иртәнге сәғәт 9-ҙа ябыласаҡ. Еңеүсе биш әсәйҙең фотоһүрәттәре “Йәшлек” гәзитенең 11 март һанында донъя күрәсәк. Беренсе урын алыусы иһә гәзитте тәүге битен биҙәйәсәк. Ишле ғаиләләрҙә йәшәүсе балаларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Әсәйегеҙгә шәп бүләк эшләгеҙ – ярышта ҡатнашығыҙ, еңегеҙ, республиканың иң ҙур тиражлы башҡорт гәзите “Йәшлек”тә ҡәҙерлегеҙҙең фотоһүрәтен сығарығыҙ! Автор:Айбулат Ишназаров
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: