Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Февраль 2022, 09:15

Сираттағы көн уңыш килтерһен!

Бөгөн Ҡышҡы Олимпия уйындарында үтәсәк ярыштар менән таныштырабыҙ һәм, әлбиттә, исеме бөтә донъяға билдәле яҡташыбыҙ еңеү яулар, тип көтәбеҙ.   

Сираттағы көн уңыш килтерһен!
Сираттағы көн уңыш килтерһен!

Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда Ҡышҡы Олимпия уйындары дауам итә. 16 февралдә тау саңғыһы төрө слалом буйынса ярыштар үткәрелә: илебеҙҙән Александр Хорошилов, Иван Кузнецов һәм Александр Андриенко үҙ көсөн һынай.

Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 9-ҙа Рәсәйҙең ир-егеттәр хоккей йыйылма командаһы менән Дания хоккейсылары осраша. Тағы кёрлинг буйынса Бөйөк Британия менән илебеҙ йыйылма командаһы ярыша.

Саңғы ярыштарында (команда спринты) ҡатын-ҡыҙҙар араһында - Юлия Ступак һәм Наталья Непряева, ир-егеттәр араһында Александр Большунов менән Александр Терентьев ҡатнаша.

Гүзәл зат вәкилдәре араһында биатлонда Ирина Казакевич, Кристина Резцова, Светлана Миронова, Ульяна Ниғмәтуллина илебеҙ намыҫын яҡлай. Ир-егеттәр араһында фристайлда Илья Буров менән Станислав Никитинға уңыш йылмайыр, тип ышанабыҙ.

Шорт-тректа Анна Вострикова, Софья Посвирнова, Екатерина Ефременкова ҡатнаша. Ә бына ир-егеттәр араһында 5000 метр арауыҡта Өфө егете Семен Елистратов еңеү яулар, тип ышанабыҙ, сөнки дүртенсе тапҡыр рәттән Олимпия уйындарында ҡатнашҡан спортсыбыҙҙың бының өсөн тос тәжрибәһе, ғөмүмән, еңеү яуларлыҡ мөмкинлектәре бар. Шулай итеп, барыбыҙ ҙа шорт-трексы өсөн янабыҙ һәм, әлбиттә, уға уңыштар теләйбеҙ. Ә был ярыштар Мәскәү ваҡыты менән 15 сәғәт 44 минутта башлана.

Фото: tweet247.net 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Сираттағы көн уңыш килтерһен!
Сираттағы көн уңыш килтерһен!
Автор:
Читайте нас: