Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Февраль 2022, 09:52

Яугир- интернационалистарҙы иҫкә алайыҡ!

Бөгөн яугир - интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө. Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына — 33 йыл. Афған һуғышы бик күп юғалтыуҙар килтерә: 15 меңдән ашыу совет һалдаты һәләк була, 50 меңдән ашыуы йәрәхәтләнә, күптәре ғәрип булып ҡала. 500-гә яҡыны әсирлеккә алына. 

Яугир- интернационалистарҙы иҫкә алайыҡ!
Яугир- интернационалистарҙы иҫкә алайыҡ!

1978 йылдың 27 апрелендә Афғанстанда Саур революцияһы башлана, власҡа халыҡ демократия партияһы килә. Күп тә үтмәй ҡораллы ығы-зығылар йышая, граждандар һуғышы ҡуба. Ил етәкселеге СССР Хөкүмәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. 1979 йылдың 12 декабрендә Политбюро ултырышында совет ғәскәрҙәрен Афғанстанға индереү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

1980 йыл башына 50 мең совет һалдаты һәм офицерҙары ил сиген үтә. Йыл аҙағына уларҙың һаны 80 меңдән аша. Совет ғәскәрҙәре Афғанстандың хөкүмәт ғәскәрҙәре менән берлектә 400-ҙән ашыу ҙур масштаблы операцияла ҡатнаша.

СССР ғәскәрҙәре был ил биләмәһендә 9 йыл 1 ай 19 көн була. Ҡот осҡос һуғыш бик күп юғалтыуҙар килтерә: 15 меңдән ашыу совет һалдаты һәләк була, 50 меңдән ашыуы йәрәхәтләнә, күптәре ғәрип булып ҡала. 500-гә яҡыны әсирлеккә алына. 1989 йылдың 15 февралендә совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарыла.

 

 

Фото:dimegion.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Яугир- интернационалистарҙы иҫкә алайыҡ!
Яугир- интернационалистарҙы иҫкә алайыҡ!
Автор:
Читайте нас: