Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Февраль 2022, 10:01

Йыр-бейеүгә маһир ғаилә

Бөрө районы Үгеҙ ауылында йәшәүсе Ғариповтар

Йыр-бейеүгә маһир ғаилә
Йыр-бейеүгә маһир ғаилә

Финалға әҙерлек сиктәрендә “Ғаилә традициялары” номинацияһында улар Шәжәрә байрамын ойошторҙо. Сара Благовар һәм Асҡын райондарынан туғандарын, район Мәҙәниәт йорто белгестәрен, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙан башланды.
Өйҙә бар нәмә лә ғаилә байрамын үткәреүгә әҙер. Залда биҙәлгән һандыҡ өҫтөндә сигелгән мендәрҙәр, эргәлә шулай уҡ сигелгән таҫтамалдар эленгән, иҙәндә балаҫтар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының сәйлән, тәңкәләр менән биҙәп эшләнгән түшелдеректәре, баш кейемдәре урын алған күргәҙмәгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Быларҙың барыһы ла өләсәйҙәрҙең һәм әсәйҙәрҙең ҡул эше. Стенала Ғариповтар ғаиләһенең, балаларҙан алып өлкән быуынға тиклем туғандарҙың күп һанлы фотолары эленгән. Уларҙан ҡарап был ҙур ғаиләнең дүрт быуын шәжәрәһен күрергә була. Өй хужабикәһе фотолар буйынса аңлатып һөйләй.
Ғариповтарҙың ғаилә ҡороуына 28 йыл икән. Иркен һәм уңайлы йорт төҙөп сыҡҡандар. Альмира Самат ҡыҙы ауыл клубын етәкләй. Уға йыр һәм бейеү һәләте Хоҙайҙан бирелгән. Буш ваҡытында бәйләргә, тегергә, сигергә ярата. Венер Мәғийән улы Себер яҡтарында быраулаусы булып эшләй. Шулай уҡ йырларға ярата, спектаклдәрҙә ҡатнаша, урындағы артистарға транспорт менән дә ярҙам итә. Өйҙә ул бар эшкә лә оҫта хужа.
Ғариповтар балаларына яҡшы тәрбиә биргән. Ҡыҙҙары Вилиә Хәйруллина ғаиләле, БДУ-ның Бөрө филиалын тамамлай, буласаҡ рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Вилиә шиғырҙарҙы тасуири һөйләй, нәфис һүҙ оҫтаһы, тормош иптәше гитарала өҙҙөрә. Биш йәшлек ҡыҙҙары Лилиә “Улыбка” балалар баҡсаһы ансамблендә йырлай, “Умникум” үҙәгендә вокал менән шөғөлләнә, ”Космос” клубтары берекмәһенә һүрәт төшөрөү һәм әүәләү түңәрәгенә йөрөй. Йәш ярымлыҡ Тимур әлегә һәләттәрен үҫтерә, йырлағанда, бейегәндә ихлас сәбәкәй итә.
Улдары Наил армия хеҙмәтен уңышлы үтәп ҡайтты, хәҙер Өфөлә автомеханик булып эшләй. Ул да йыр-моңға ғашиҡ. Байрамға Альмираның апайҙары ла килгән. Уларҙың һәр береһе тураһында күп итеп яҙырға мөмкин. Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы Әхмәтшина — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Благовар районында район Мәҙәниәт йортонда халыҡ театрын ойоштора. Башҡортостан Халыҡтары дуҫлығы йорто филиалы — Ҡәнзәфәр бей исемендәге “Һарайлы” тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе ул. Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы үткән йыл Халыҡ берҙәмлеге көнөнә арнап үткәрелгән “Рәсәй халыҡтары” флешмобында, “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” республика конкурсында ҡатнаша, “Йөрәк һүҙе” шиғыр һөйләүселәр республика конкурсында еңеү яулай. Һәләт уға тәбиғәттән бирелгән — йырлай ҙа, бейей ҙә!
Закира Хатмулла ҡыҙы Ғилметдинова — күп балалы әсә. Асҡын районында урындағы мәҙәниәт йортонда вокаль ансамбль, шулай уҡ хаҡлы ялдағылар өсөн ҡатын-ҡыҙҙар клубы ойошторған. Нуриман районында үткән “Кәкүк сәйе” республика этнофестивалендә жюри ағзаларын үҙенең оҫта бейеүе менән таң ҡалдырып, 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ була.
Был көндө ҡунаҡсыл Ғариповтар өйөндә бер юлы күпме талантлы кеше йыйылды! Байрамда һәр кем үҙенең һәләтен күрһәтергә тырышты. Өҫтәл дә милли ризыҡтарҙан һығылып тора ине. Был өйҙә быуындан-быуынға тапшырылған традицияларҙы һаҡлайҙар, башҡорт мәҙәниәтен хөрмәт итәләр. Ғаиләнең кеше тормошонда иң мөһим, иң ҡиммәтле һәм иң ҡәҙерле нәмә икәнен яҡшы беләләр.
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының еңеүселәре һәм призерҙарын 1 мартта — “Етегән” башҡорт байрамы көнөндә билдәләйәсәктәр. Ғариповтар ғаиләһенә лайыҡлы еңеү теләйек!

Ольга Платонова.
Степан Чиглинцев фотоһы.

Йыр-бейеүгә маһир ғаилә
Йыр-бейеүгә маһир ғаилә
Йыр-бейеүгә маһир ғаилә
Йыр-бейеүгә маһир ғаилә
Йыр-бейеүгә маһир ғаилә
Йыр-бейеүгә маһир ғаилә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: