Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Ғинуар 2022, 09:05

Конкурста еңеүселәр билдәле

2022-2024 йылдарҙа Рәсәй Президенты стипендияһын алыу буйынса  йәш ғалимдар араһындағы конкурс йомғаҡтары билдәле булды. 

Конкурста еңеүселәр билдәле
Конкурста еңеүселәр билдәле

2022-2024 йылдарҙа Рәсәй Президенты стипендияһын алыу буйынса  йәш ғалимдар араһындағы конкурс йомғаҡтары билдәле булды. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Фән” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Был стипендия Рәсәй иҡтисадын яңыртыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса тикшеренеүҙәр алып барған йәш ғалимдарға һәм аспиранттарға бирелә. Ил Президенты стипендияһына Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеүҙәр институтынан 12 йәш белгес лайыҡ булды.

Стипендия алыуға Рәсәй гражданы булған 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәр тәҡдим ителә. Һайлау шарттары араһында – юғары һөҙөмтәгә өлгәшкәндәр, шулай уҡ  Web of Science һәм Scopus журналдарында мәҡәләләре баҫылған, 2017-2021 йылдарҙа ғилми тикшеренеүҙәрҙә һәм конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан йәштәр.

Еңеүселәр исемлегендә – Өфө дәүләт нефть техник университетынан Марина Игнатишина, Радмир Ташбулатов, Регина Хажиева, Өфө дәүләт авиация техник университетынан – Андрей Медведев, Айбулат Миңлейәров, Илдус Саяхов, Башҡорт дәүләт университетынан – Наталья Екимасова, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеүҙәр институтынан – Елена Михайлова, Наил Әхмәҙиев, Дарья Недопекина, Ришат Әминев һәм Эльвина Галиева.

Фото: pravitelstvorb.ru.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас: