Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ғинуар 2022, 08:10

Ҡала-ауылдарҙан 563 тонна ҡар сығарылған!

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан халыҡҡа нимә тип мөрәжәғәт иттеләр?Тулы текст сайтта:

Республиканың коммуналь хеҙмәттәре әҙерлек режимында, улар һауа торошо үҙгәреүенә оператив яуап бирә, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

6 ғинуарҙан бөгөн иртәнге сәғәт 9-ға тиклем республика биләмәләрен ҡарҙан таҙартыу эштәрендә 1 248 техника, 2 705 урам һепереүсе ҡатнашҡан. 563,3 тонна ҡар сығарылған.

"Ҡала һәм райондарҙағы коммуналь хеҙмәттәр ҡар яуғас түгел, ә уға тиклемгене күҙ уңында тоторға тейеш. Был һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе йәйәүлеләргә лә, автомобилселәргә лә ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаһын өсөн мөһим", - ти торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары И. Хәмзин.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы бар төр милек хужаларына ла өй баштарын, тирә-яҡты ҡарҙан таҙартыуға яуаплы ҡарарға саҡыра. "Йорттар эргәһенән үткәндә абай булығыҙ, ҡыйыҡтарҙан ҡар, боҙ ҡутарылып төшөүе мөмкин. Балаларҙы ла ундай урындарҙан йыраҡҡараҡ алып китегеҙ. Хәүефле урындарҙы башҡа яҡтан урап үтеүегеҙ зарур. Биналар эргәһенә автомобилегеҙҙе ҡуйғанда ла урынды иғтибарлап тикшерегеҙ", - тип өндәйҙәр министрлыҡтан.

Ҡыйыҡтан ҡар йә боҙлауыҡ төшөүе ихтималлығын күргәндә, ҡала халҡына үҙҙәренең идарасы компанияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Айырыуса киҫкен осраҡта 112 берҙәм телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин икәнен дә хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: