Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Декабрь 2021, 12:13

2022 йылға төп бурыстар билдәләнде

Улар тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөйләне.

2022 йылға төп бурыстар билдәләнде
2022 йылға төп бурыстар билдәләнде

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үтеп барған йылға йомғаҡ яһаны һәм яңыһына төп бурыстарҙы атаны. Улар түбәндәгеләр: ковидҡа ҡаршы көрәш, үлем кимәлен кәметеү, һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам итеү, эш хаҡын күтәреү, лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу, иҡтисад инфраструктураһын киңәйтеү: кластерҙар, технопарктар, инвестиция эшмәкәрлеге буйынса эш итеү алымдарын нығытыу, фәнде үҫтереү, шул иҫәптән ошо тармаҡҡа финанс йәлеп итеү. Шулай уҡ 2022 йылда Өфөнөң 450 йыллығына объекттар һалына башлай, һанлаштырыу ҙа мөһим бурыстар рәтенә инә.

Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш тураһында һөйләгәндә, Радий Хәбиров ошо мәсьәләлә “беҙ уяу булырға, һәр үҙгәрештәргә иғтибар итергә тейеш” тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Төп бурыс – үлем кимәлен кәметеү, һуңғы ике йылда ул ярайһы уҡ артты”, - тип билдәләне ул.

Һаулыҡ һаҡлау системаһын артабан модернизациялау был мәсьәләне хәл итеү юлдарының береһе булып тора.

Иҡтисад өлкәһендә республика Хөкүмәтенә эш хаҡын күтәреү мәсьәләһе менән шөғөлләнергә, ауыр хәлдә ҡалған предприятиеларға аяҡҡа баҫырға ярҙам итергә кәрәк буласаҡ. Бынан тыш, кластерҙарҙы үҫтереүгә, технопарктар булдырыуға, төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү өсөн яңы мөмкинлектәр булдырыуға һәм башҡа мәсьәләләргә айырым иғтибар биреләсәк.

Өфөнөң 450 йыллығына объекттар төҙөлә башлауы айырым тема булып торасаҡ.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
2022 йылға төп бурыстар билдәләнде
2022 йылға төп бурыстар билдәләнде
Автор:
Читайте нас: