Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Декабрь 2021, 09:59

Гемоглобинды нисек күтәрергә?

Гемоглобин түбән булһа, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә, хәтер насарая, гел йоҡо баҫа, сәс ҡорой, ҡойола, тырнаҡтар һына, баш йыш ауырта, ҡан баҫымы түбәнәйә...

Гемоглобинды нисек күтәрергә?
Гемоглобинды нисек күтәрергә?

Гемоглобин түбән булһа, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә, хәтер насарая, гел йоҡо баҫа, сәс ҡорой, ҡойола, тырнаҡтар һына, баш йыш ауырта, ҡан баҫымы түбәнәйә, йөрәк йыш-йыш тибә, ауырыуҙарға бирешеп барыла. Уны дарыуҙар ярҙамында бер кимәлдә тоторға булалыр, әммә ундай дауаны йыш ҡулланыу ҙа зыянлы булыуын һәр кем белә. Был осраҡта гемоглобинды күтәрергә тәбиғи саралар ярҙамға килә. Түбәндә - улар тураһында.

 

1. Сөгөлдөр. Уны ҡырғыстан үткәреп һутын ҡулланырға була. Тик йыш та ярамай, сөнки ашҡаҙан-эшкәртеү системаһына зыян килтереүе мөмкин.
2. Кишер һуты. Аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр берәр стакан эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә.
3. Ҡарабойҙай бутҡаһы (йәшеле бигерәк тә).
4. Йомортҡа (сифатлы, ауылдыҡы).
5. Күрәгә йәки башҡа кипкән емеш - уларҙа тимер яңы өҙөлгәндәренекенән күберәк.
6. Ҡара йәшел һәм ҡыҙыл төҫтәге йәшелсә һәм еләк-емеш (шпинат, йәшел тәмләткестәр, фасоль, йәшел алма, ҡыҙыл виноград, ҡара ҡарағат, мүк еләге, кипкән гөлйемеш, анар, ер еләге).
7. Грек сәтләүеге, мүк еләге һәм бал ҡатнашмаһы - ҡандағы аҡһымды күтәреү өсөн яҡшы сара. Уларҙың һәр береһен тигеҙ күләмдә алалар. Әҙләп кенә ҡулланырға.
8. Баллы гөлйемеш төнәтмәһе гемоглобинды ла күтәрә, иммунитетты ла нығыта. Гөлйемеште термоста бер нисә сәғәт төнәтергә, ә балды ҡулланыр алдынан ғына ҡушырға кәрәк.
9. Төрлө үлән йыйылмаһынан төнәтмә әҙерләп эсеү. Икешәр ҡалаҡ кесерткән, ҡара бөрлөгән, өсәр ҡалаҡ һары мәтрүшкә һәм ромашка сәскәһен ваҡлап, термосҡа һалып, өҫтөнә 700 грамм ҡайнар һыу ҡойорға. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр берәр стаканлап эсергә.

Сәләмәт булайыҡ!


Фото:yogaved.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Гемоглобинды нисек күтәрергә?
Гемоглобинды нисек күтәрергә?
Автор:
Читайте нас: