Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ноябрь 2021, 10:00

Милли рух бөркөлә

Туған телдәрҙең абруйын, башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын күтәреү, дәүләт телдәрен өйрәнеү туған тел уҡытыусыларының төп бурысы булып тора. Борай районы.

Милли рух бөркөлә
Милли рух бөркөлә

Әгәр кеше туған телен, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, халҡының йолаларын белмәй икән, был кешелә Ватанға, үҙенең милләтенә ҡарата ихтирам һәм һөйөү тойғолары ла булмаясаҡ. Тик милли тамырҙарын ихтирам итеп, һаҡлап-яҡлап йәшәгәндәр генә юғары әхлаҡлы шәхес булып ҡала ала. Шуның өсөн беҙ, туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, балаларҙа туған телебеҙгә, Тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙҙың милли йолаларына ихтирам, һөйөү тәрбиәләү өсөн арымай-талмай эшләргә тейешбеҙ. Тәү сиратта, дәрестәребеҙҙе ҡыҙыҡлы алымдар менән, төрлө формаларҙа мауыҡтырғыс итеп үткәрһәк, икенсенән, уҡыусыларыбыҙ туған телдең асылына төшөнөп, уның кеше тормошондағы әһәмиәтен аңлап үҫһә, әлбиттә, был ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәк һәм милләтебеҙҙең, илебеҙҙең киләсәге ышаныслы буласаҡ.
Быйыл беҙ көҙгө каникулда ата-әсәләр ярҙамы менән мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын бөтә талаптарға тура килтереп, матур итеп йыһазландырҙыҡ, тәҙрәләргә милли стилдә селтәр һәм пәрҙәләр тегеп элдек. Мәктәптең рәсем уҡытыусыһы Әлфит Мөбәрәк улы Хәжиәхмәтов кабинеттың артҡы өлөшөнә бик матур итеп һүрәт төшөрҙө. Унда төп урынды күл буйында урынлашҡан тирмә алып тора. Картиналағы аттар, тирмә янындағы ҡымыҙ эшләй торған гөбө ата-бабаларыбыҙҙың шөғөлдәрен, кәсептәрен күрһәтһә, артҡы пландағы бейек тауҙар, ҡуйы урмандар, киң яландар, ҡырҙар Башҡортостандың бай һәм гүзәл тәбиғәтен сағылдыра. Ошо картина алдына ата-әсәләр ярҙамы менән үреп ҡуйған ситән дә тарихтың бер битен күрһәтеп тора.
Милли костюмдарҙағы ҡурсаҡтарҙы – ҡурайсы егетте һәм башҡорт ҡыҙын Хәсәновтар ғаиләһе эшләп бирҙе.
Стеналағы ҡурай сәскәһе таждарында Башҡортостандың ете мөғжизәһен сағылдырҙыҡ, шулай уҡ уҡыусылар менән республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарын күрһәткән яңы стенд эшләнек, Борай районына бағышлап, йыйылмалы китап сығарҙыҡ.
Эстетик яҡтан матур итеп йыһазландырылған, заман талаптарына тура килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын эшләүҙә ярҙам ҡулы һуҙған ата–әсәләргә, уҡыусыларға ҙур рәхмәттәремде еткергем килә.
Балаларыбыҙҙа милли үҙаң үҫтереүҙә, Тыуған илгә, туған телгә ихтирам тәрбиәләүҙә, ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, традицияларына ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа, әлбиттә, бындай йыһазландырылған уҡыу кабинеттарының роле бик ҙур.


Лилиә Ғәйнетдинова,
Борай 3-сө мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Милли рух бөркөлә
Милли рух бөркөлә
Автор:
Читайте нас: