Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ноябрь 2021, 10:09

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Фәрит Ғәлләмов Lada Niva автомобиле асҡысын алды

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан “Уңыш-2021” конкурсында еңеүселәргә 20 сертификат һәм Lada Niva автомобилдәре асҡыстарын тапшырҙы.
– Быйыл ҡоролоҡ ауыл хужалығына зыян килтерҙе. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, беҙ агросәнәғәткә ярҙам итеүҙе, даими яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа аграр техниканы яңыртыуға әһәмиәт бирәбеҙ, йыл һайын 300-әр заманса трактор һәм комбайн алабыҙ. Былтыр ун миллиард һумлыҡ техникалы булдыҡ. Ә быйыл туғыҙ ай эсендә ошо маҡсатҡа 8,5 миллиард һум йүнәлттек. Бындай масштабты ауылдарыбыҙҙың күптән күргәне булманы, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн иң яҡшы комбайнсыларға, механизаторҙарға, водителдәргә шәхси автомобиль асҡыстары тапшырабыҙ.
Быйыл 490 механизатор еңеүсе исеме өсөн көрәште, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән 20 механизаторҙы билдәләнеләр. Lada Niva автомобиленә лайыҡ булыусылар араһында Балтас районы Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативының “Вектор-410” комбайны операторы Фәрит Ғәлләмов та бар. Фәрит Финат улы “Уңыш-2021” республика конкурсының “Иң яҡшы иген йыйыу комбайны операторы” номинацияһында еңеү яуланы.
Фәрит Балтас районының Ҡомъяҙы ауылында тыуып-үҫеп, мәктәптең 8-се класын тамамлағас та, 2004 йылдан Куйбышев исемендәге хужалыҡта эшләй башлай. Балтаста, 87-се һөнәрселек училищеһында механизатор белгеслеген үҙләштерә. 2010 йылда Янаҡтай ауылынан Светлана Юрик ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Әлеге ваҡытта Светлана Илнур Усмановтың шәхси хужалығында һыйыр һауыусы булып эшләй. Йәш ғаиләгә бәхет өҫтәп, бер-бер артлы сабыйҙары тыуа. Улар дүртәү бөгөн: Ридалгә — 10, Ризатҡа — туғыҙ, Фларисҡа — алты, ә кескәй Миленаға йәш тә ете ай.
“Ауыл территорияларын үҫтереү” дәүләт программаһы нигеҙендә Светлана һәм Фәрит Ғәлләмовтарға миллион ярым һумлыҡ сертификат бирелә. Был йәш ғаиләгә үҙ йорттарын тергеҙергә мөмкинлек тыуҙыра. Бөгөн улар яңы өйҙә йәшәй, эшләп тапҡан аҡсаларын ғаилә усағын матурлауға, балаларына уңайлы йәшәү шарттары булдырыуға йүнәлтә.
Ғаилә башлығы эшкә бик уңған, бер үҙе дүрт төрлө техниканы хеҙмәтләндерә: “Полесье” комбайны менән мал аҙығы әҙерләй, унан урып-йыйыу кампанияһы башланғас, “Вектор” комбайны штурвалы артына ултыра, көҙөн “Т-1221” тракторы менән баҫыуҙарҙы туңға һөрә, ҡышын “Т-150” тракторы менән урамдарҙы ҡарҙан таҙарта. Һөйләшеүгә бер нисә минут ҡына ваҡытын бүлде уңған ир-егет, киске сменаға баҫыуға ашыға ине.
“Себерҙә эш эҙләйһе лә түгел, үҙебеҙҙә етерлек. Аҡсаһын түләгәс, эшләргә дәрт тә бар. Ә республика Башлығы ҡулынан өр-яңы автомобиль алыу — оло ғорурлыҡ. Тимәк, хеҙмәтемде етәкселек юғары баһалай. Рәхмәт!” — ти Фәрит Финат улы.
Фәриттең һүҙҙәре, тормошо тыуған ерҙә бәхетле йәшәп була тигән фекерҙе тағы бер тапҡыр ҡеүәтләй. Ғәлләмовтар кеүек егәрлеләр ҡулында ауылдарыбыҙ киләсәге.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: