Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Ноябрь 2021, 12:03

Байрам менән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров профсоюз хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

Байрам менән!
Байрам менән!

"Беҙҙең республиканың профсоюз ойошмалары бай традицияларға эйә. Эшселәргә заманса хеҙмәт һәм социаль-көнкүреш шарттары тыуҙырыу, хеҙмәтте яҡлау торошон контролләү, хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү, социаль гарантиялар һәм лайыҡлы эш хаҡы булдырыу мәсьәләләрен хәл итеү тап профком рәйестәре, профактивистар иңенә төшә. Яңы социаль-иҡтисади шарттарҙағы реформалар профсоюздар алдына ҡатмарлы бурыстар ҡуйҙы. Уларҙы хәл итеү өсөн эшмәкәрлектең яңы формалары талап ителә. Социаль партнерлыҡ механизмы алғы планға сыҡты. Был дәүләт, эш биреүсе һәм профсоюздың һөйләшеп килешеүҙәре һөҙөмтәһендә күп социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Профсоюздар үҙҙәренең потенциалын юғалтманы. Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы республикала иң абруйлы берекмәләрҙең береһе һанала.

Һеҙҙе бөтә йөрәктән байрам менән ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, профсоюздар рәтенең берҙәм булыуын, республикабыҙ өсөн яуаплы эшмәкәрлегегеҙҙә уңыштар теләйем!"

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Байрам менән!
Байрам менән!
Автор:
Читайте нас: