Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Сентябрь 2021, 16:35

Башҡортостанда коронавирус арҡаһында 2000-гә яҡын бала карантинда

Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар менән бәйләнештә булған 2000-гә яҡын бала карантинда. 99 кескәй пациент – дауаханала, 244-е – өйҙә. Был турала 21 сентябрҙә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы брифингында ведомство етәксеһе Максим Забелин хәбәр итте.

Башҡортостанда коронавирус арҡаһында 2000-гә яҡын бала карантинда
Башҡортостанда коронавирус арҡаһында 2000-гә яҡын бала карантинда

«Әле сирле менән бер бинала – мәктәпкәсә учреждениеларҙа, мәктәптәрҙә йәки бәйләнештә булған 1825 бала карантинда. Шул сәбәпле бөтә класс изоляцияға ебәрелә. Был миграцияның тамамланыуы, балаларҙың мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөй башлауына бәйле. Ғаиләлә сир таралыу осраҡтары күбәйә», — тине ул.

Министр республикала йәшәүселәрҙе хәүефһеҙлек һәм һаҡланыу сараларын үтәргә, сир йоҡторған туғандар йәки таныштар менән аралашмаҫҡа саҡырҙы.

 

https://www.bashinform.ru/news/1648258-v-bashkirii-na-karantine-iz-za-koronavirusa-nakhodyatsya-okolo-2000-detey/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов
Башҡортостанда коронавирус арҡаһында 2000-гә яҡын бала карантинда
Башҡортостанда коронавирус арҡаһында 2000-гә яҡын бала карантинда
Автор:
Читайте нас: