Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Сентябрь 2021, 14:44

Батырҙар исеме — мәңгелек

1945 йылда һөжүм төркөмө менән бергә дошман пулялары аҫтында беренселәрҙән булып Берлин рейхстагына байраҡ ҡаҙаған күренекле яҡташыбыҙ Ғәзи Заһитовҡа 21 августа 100 йәш тулыр ине. Ошо уңайҙан илебеҙгә ҡурҡыу белмәҫ шәхес биргән Мишкә районы Янағош ауылы клубында уҙғарылған ил батырын иҫкә алыу тантанаһы тулҡынландырғыс мәлдәргә бай булып, күңелдә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Батырҙар  исеме — мәңгелек
Батырҙар исеме — мәңгелек

Хәтер кисәһенә Ғәзи Заһитовтың яҡын туғандары, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре саҡырылды. Герой рухын иҫкә алырға ауыл халҡы ла күп килде.
Сараны имам-хатип Радик Бикбулатов яуҙа ятып ҡалған һәм һуғыштан ҡайтып вафат булған яугир ауылдаштарыбыҙ рухына доға ҡылып башлап ебәрҙе.
Ауыл хакимиәте башлығы Раик Заһитов был иҫтәлекле көндә ил батырының ҡаһарманлығын ҙур ғорурлыҡ, исемен тәрән ихтирам менән телгә алды.
Янағош мәктәбе директоры урынбаҫары Флүзә Заһитова белем усағының һәм ауылдың бер урамы Ғәзи Заһитов исемен йөрөтөүенә ғорурланыуын белдерҙе.
Ғәзи Заһитов исемендәге музей етәксеһе Айрат Заһитов Ғәзи Ҡазыхан улының тормош һәм яу юлдары менән таныштырҙы. Архивтан алынған документтары, орден-миҙалдары күсермәләрен халыҡҡа күрһәтте.
Хәтер кисәһенең икенсе өлөшө сәхнәләштерелгән күренештәрҙән һәм йыр-моңдан торҙо. Янағош ауылының “Яныр ҡош” театр түңәрәгенә йөрөүселәре — “Һабантуй” күренешендә һуғыш башланған мәлде, Уръяҙы ауыл клубы мөдире Әлиә Мәкәрим ҡыҙы һәм Илнур Рөстәм улы Мортазиндар һуғышҡа оҙатыу эпизодын сәхнәләштерҙе. Артабан Әлиә Мәкәрим ҡыҙы һуғышта ятып ҡалған улдар тураһында “Яра” спектакленән өҙөк уҡып күрһәтеп, халыҡ күңелен тетрәндерҙе.
Театрлаштырылған сығыштар күңелдәргә үтеп инерлек йыр-моң менән үрелеп барҙы. Янағош ауылы һәүәҫкәрҙәре Гөлшат Зәмилева шиғыр уҡып, ауылдаштарын илатһа, “Томбойоҡ” вокал һәм “Сәйлән” фольклор төркөмдәре, шулай уҡ Флүр Бикбулатов матур йырҙары менән тамашасылар күңелен йыуатты. Оло Шаҙы ауылынан Илфаҡ Арысланов, Татарбайҙан Илһам һәм Венера Әхмәтйәновтар, Гөлназ Ғәлиәкбәрова, Яңы Ҡарастан Зөлкиф Нурғәлиев һәм Гөлшат Ғилметдинова моңло йырҙары менән янағоштарҙың күңелен әсир итте. Кисәне матур итеп Әлиә Мортазина алып барҙы.
Сара обелискыға венок һалыу, яуҙа ятып ҡалғандар рухына залп биреү менән тамамланды.


Таңсулпан Бикбулатова.
Мишкә районы.

Батырҙар  исеме — мәңгелек
Батырҙар  исеме — мәңгелек
Батырҙар  исеме — мәңгелек
Батырҙар исеме — мәңгелек
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: