Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Сентябрь 2021, 15:33

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек

Социаль-мәҙәни-көнкүреш объекттарын йылытыу осорона әҙерләү район хакимиәтенең даими контроле аҫтында. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, газ һәм электр хеҙмәттәре предприятиеларының көҙгө-ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә нисек әҙерләнеүе хаҡында «ТеплоКомСнаб» МУП, Бөрө ҡалаһындағы «Газпромраспределение Уфа» филиалының Ҡариҙел клиенттар хеҙмәте һәм «Башкирэнерго» йәмғиәтенең «Нефтекама электр селтәрҙәре» ПОға ҡараған Ҡариҙел РЭС етәкселәре бәйән итте.

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек
Йылытыу миҙгеленә әҙерлек


«ТеплоКомСнаб» МУП директоры С.Макаров:
- Беҙҙең предприятие коллективы ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә план буйынса әҙерләнде. Район үҙәгендә (Ленин урамында) йылылыҡ трассаһы, ҡойолар ремонтланды.
Бөрө ҡалаһындағы «Газпромраспределение Уфа» ПАО филиалының Ҡариҙел КС начальнигы Д.Лоҡманов:
- Райондың газ хеҙмәте күрһәтеү системаһында хеҙмәттәрҙең сифатын арттырыу өсөн билдәле ремонт эштәре башҡарылды. Байҡы, Яңы Аҡбүләк, Хәлил, Раздолье, Юлдаш ауылдарында газды көйләүсе пункттар алмаштырылды.
«Башкирэнерго» йәмғиәтенең «Нефтекама электр селтәрҙәре» ПОға ҡараған Ҡариҙел РЭС начальнигы С.Ғайсин:
- Беҙҙең предприятиела энергия объекттарының көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙерләү буйынса планлаштырылған эштәр тамамлана. Электр селтәре комплексының ҡышҡылыҡҡа әҙерлегенә килгәндә инде, әлеге ваҡытта электр селтәрҙәре һәм трансформатор подстанцияларына ремонт тулыһынса башҡарылды.


Авторы: Люция Карамова.

Йылытыу миҙгеленә әҙерлек
Йылытыу миҙгеленә әҙерлек
Йылытыу миҙгеленә әҙерлек
Йылытыу миҙгеленә әҙерлек
Йылытыу миҙгеленә әҙерлек
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: