Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Сентябрь 2021, 04:22

Беслан фажиғәһен кисергән чемпиондар

Бөгөн – террорсылыҡҡа ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө.

Беслан фажиғәһен кисергән чемпиондарБеслан фажиғәһен кисергән чемпиондар
Беслан фажиғәһен кисергән чемпиондар

Рәсәйҙә был иҫтәлекле дата Рәсәй Федерацияһының 2005 йылдың 21 июлендә ҡул ҡуйылған “Рәсәйҙең хәрби дан көндәре (еңеү көндәре)” Федераль законына ярашлы барлыҡҡа килә. Ул 2004 йылдың 1–3 сентябрендә булған Беслан теракты ваҡиғаларына туранан-тура бәйләнгән. Террорсылыҡҡа ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөн билдәләгәндә, Бесланда ғына түгел, ғөмүмән, илебеҙҙә террор акттары ҡорбандарын, шулай уҡ тәртип һаҡлағанда бурысын үтәп һәләк булған хеҙмәткәрҙәрҙе иҫкә алалар.

 

Осетияның уңалмаҫ яраһы

 

2004 йылдың 1 сентябрендә Төнь­яҡ Осетияның Беслан ҡала­һындағы 1-се мәктәптәге хәл бөтә донъяны тетрәндерә. Белем көнө айҡанлы уҙған тантана ваҡытында террорсылар, мәктәп биләмәһенә үтеп инеп, саралағы барлыҡ балаларҙы, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе, йәмғеһе – 1100-ҙән ашыу кешене аманатҡа ала. Уларға ауыр шарттарҙа ғазап сигеп ике көн үткәрергә тура килә.

Террорсылар менән алып барған һөйләшеү һөҙөмтә бирмәй, шуға ла Федераль именлек хеҙмә­тенең Махсус тәғәйенләнештәге отряды көстәре ярҙамында бинаны штурмлайҙар. Аманат­тарҙы азат итеү барышында 27 террорсы юҡ ителә, бары Нурпаша Ҡулаев ҡына иҫән ҡала – уны ғүмерлеккә төрмәгә ултырталар.

Аманатҡа алынған кешеләрҙең күпселеген азат итеүгә өлгәшһәләр ҙә, терракт һөҙөмтәһендә 314 кеше һәләк була, уларҙың 186-һы – балалар. Дөйөм алғанда, ҡотҡарыу­сылар менән 333 кеше һәләк була, ә 783-тән ашыуы төрлө йәрәхәт ала.   

 

Теракт уларҙы һындырмаған

 

Быйыл Рәсәй йыйылма коман­даһы Токиолағы Олимпиадала үҙ флагы менән сығыш яһай алманы, гимныбыҙ ҙа яңғыраманы. Беҙҙе­келәр еңеүгә өлгәшкәндә Рәсәй Олимпия комитетының әләме елберҙәне һәм Чайковскийҙың музыкаһы уйнаны. Сәбәбе ябай – Рәсәй допингка ҡаршы ҡағиҙә­ләрҙе бик күп осраҡта боҙған. Әлбиттә, был юлы эштең допингка ғына бәйле түгеллеге билдәле. Спортсылар илебеҙгә ҡарата алып барған сәйәсәт ҡорбаны ла булды. Әммә ошондай рухи яҡтан көслө баҫым алып барылған шарттарҙа ла, улар һынатманы, сағыу еңеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Һәр береһе, яҙмыш һынауҙарын, кәртәләрҙе һәм ауырлыҡтарҙы еңеп, бөгөнгө уңышҡа өлгәшкән.

Токио Олимпиадаһында шундай спортсылар араһында бынан 17 йыл элек Беслан фажиғәһен үҙ баштарынан үткәргән  көрәш­селәребеҙ ҙә бар ине. Улар – Артур Найфонов менән Заурбәк Сидаков. Береһенә теракттан һуң спортты ташлау хәүефе янай, әммә ул, ҡабаттан шөғөлләнә башлап, үҙенең көслө рухлы булыуын иҫбатлай.  

 

Фажиғәлә әсәһен юғалтҡан

 

Артур Найфонов менән Заурбәк Сидаков икеһе лә Беслан теракты ваҡытында аманат итеп алына. Ул саҡта Артур беренсе класҡа ғына уҡырға барған була. Тантаналы сараға әсәһе менән апаһы килә. Теракт ваҡытында әсәһе һәләк була. Әсә, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, улы менән ҡыҙын һаҡлап ҡала.

Бер йылдан һуң Артур ирекле көрәш менән шөғөлләнә башлай, уңыштарға өлгәшә. Һәм бына Токио Олимпиадаһында бронза ми­ҙал яуланы. Тренеры Тотраз Арчегов белдереүенсә, спортсының был уңышы уға әллә ни ҡәнәғәтлек килтермәй, сөнки егет алтын миҙал яулар өсөн барған була.

“Ул үҙе әллә ни ҡыуанманы. Эйе, бурысын үтәне, тик бөтәһе лә уңышлы килеп сыҡманы – йәрәхәттәре ҡамасауланы”,  – тине ул. 

Заурбәк Сидаков Токиолағы Олимпиадала уңышлыраҡ сығыш яһаны – алтын миҙал яуланы. Спортсы Бесландан алыҫ бул­маған ауылда тыуған, Беслан мәктәбендә уҡыған. Енәйәтселәр мәктәпкә һөжүм иткән саҡта ул бер төркөм малайҙар менән ҡасып өлгөрә, ә инде аяныслы ваҡиғалар тураһында өйөндә ишетә.

Көрәшсе бынан ике йыл элек донъя чемпионатында еңә һәм был уңышын Беслан фажиғәһендә һәләк булғандарға бағышлай.

– Ҡот осҡос терактта һәләк бул­ған һәм зыян күргән барлыҡ ҡорбандар өсөн көрәштем. Мин шунда үҫтем, шөғөлләнә башланым. Беслан – минең өсөн бәләкәй тыуған ил, бөтәһен дә иҫләйем һәм бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Мәктәптәге фажиғәгә бағышланған матәм саралары ваҡытында үҙемә “Ошо кешеләр хаҡына көрәшәсәк­мен. Донъя чемпионы буласаҡмын һәм еңеүҙе уларға бағышлаясаҡ­мын” тип әйттем. Был һүҙҙәр мине киләсәктә еңеүгә өндәп торҙо, – тип фекерҙәрен уртаҡлаша ул.

Беслан ваҡиғаһынан һуң Заур­бәк­тең ата-әсәһе уны күнекмәләргә ебәрмәй. Әммә ул бер-ике айҙан яңынан көрәш секцияһына йөрөй башлай, тик элекке кеүек ынтылыш булмай. Ә инде бер бәйгелә еңелгәс, ҡабат сәмләнеп шөғөл­ләнә башлай.

Тырышлығы бушҡа булмай – Заурбәк Сидаков 19 йәшендә Рәсәй йыйылма командаһына эләгә. 2018 һәм 2019 йылдарҙа донъя чемпионы исемен яулай. Һуңынан ғаилә проблемаларына бәйле спорттан ситләшергә мәжбүр була, әммә 2020 йылда яңынан әйләнеп ҡайта һәм, Рәсәй йыйылма командаһына эләгеп, Олимпия чемпионы булыуға өлгәшә.

Бына шундай тормош ауырлыҡ­тары аша үтеп, рухи һәм физик йәрәхәттәр кисереп тә, Беслан спортсылары ҙур батырлыҡтар ҡылырға көс таба.

 

- Рәмилә МУСИНА.

Беслан фажиғәһен кисергән чемпиондар
Беслан фажиғәһен кисергән чемпиондар
Автор:
Читайте нас