

Төпләү цехындағы ҙур өҫтәлдә ҡағыҙҙар һәм төрлө таныҡлыҡтар өсөн ҡатырға, тышлыҡтар, ҡатырғанан әҙерләмәләр, ҡулланма материалдар өйөлөп ята...
— Төпләү — беҙҙең өсөн тышлыҡ һәм китап төбө ул, — тип аңлата китап төпләүсе булып эшләүсе Лариса Килдебай ҡыҙы. — Китап, журнал, календарь, берәй төрлө документ һәм ябай ғына блокнот ул ҡағыҙ өйөмө генә түгел. Уны матур тышлыҡ менән тышлар өсөн башта ышаныслы итеп нығытырға кәрәк, унан һуң ғына төрлө варианттарҙа тышларға мөмкин. Йөйһөҙ генә әләм менән тышлаһаң, йомшаҡ ысул тип атала. Ҡаты тышлауҙа пластик, металл пружиналар ҡулланыла. Беҙҙең төп эш ҡоралдары — күҙҙәр һәм ҡулдар, иғтибарлылыҡ һәм яуаплылыҡ.
Лариса Вәлиева — үҙ эшенең оҫтаһы, башҡарған хеҙмәтенә бар күңел йылыһын һала. Мәктәпте тамамлағандан һуң Бөрө ҡалаһына килеп, ул “Победа” гәзитендә “хәреф йыйыусылар талап ителә” тигән иғланға тап була. Бөрө типографияһы юлламаһы буйынса Өфө ҡала һөнәрселек техник училищеһында уҡый, шунда практика үтә һәм эшкә ҡайта. Линотип цехында хәреф йыйыусы булып эшләй һәм бына 25 йыл — полиграфия тегеүсеһе.
Ошо уҡ училищены төпләүсе белгеслеге буйынса Ғәлиә Вәлиәхмәтова ла тамамлай. Уның хеҙмәт стажы 40 йылға яҡын.
— Һөнәреңде яратырға кәрәк, улай булмаһа бер нәмә лә килеп сыҡмай, — ти Ғәлиә Борисовна. — Күп нәмә ҡулланыласаҡ материалдың сифатынан тора. Юғары булһа, ҡағыҙ тигеҙ ята, продукция матур килеп сыға. Хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күреп, күңел шатлана. Мине башҡарған эшем бер ҡасан да ялҡытманы. Эш тә мине ярата, күрәһең... Станоктар бит ҡағыҙҙы үҙҙәре киҫмәй, сым менән биттәрҙе эләктермәй. Бында йылдамлыҡ, йыйнаҡлыҡ талап ителә. Бер секундҡа ситкә тайпылһаң да, биттәрҙе бутайһың...
Полиграфия цехында икенсе дәрәжәләге участкалар юҡ, һәм төпләү эше баҫма продукцияның төп тауар сифаты булып ҡала.
Авторы Ольга ПЛАТОНОВА.
Степан Чиглинцев фотоһы.