Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
27 Август 2021, 11:04

Онотолмаҫ мәктәп йылдары

Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбендә 745 уҡыусы белем ала. 11 ауылдан балаларҙы алты автобус иртән уҡырға килтерә. Мәктәптә һәм уның филиалдарында барлығы 129 кеше эшләй. Белем усағы быйыл 82-се сығарылыш уҡыусыларын сығарҙы. Меңләгән уҡыусы туған мәктәптәре тураһында ҡәҙерле иҫтәлектәрҙе һаҡлай. Йыл һайын улар һағынып осрашыуҙарға ҡайта. Ағымдағы йәйҙә мәктәпте 50 йыл элек тамамлаусылар йыйылды, хәтирәләрен яңыртты, парта артына ултырып ҡабатланмаҫ бала саҡ йылдарын иҫкә алды.

Онотолмаҫ мәктәп йылдарыОнотолмаҫ мәктәп йылдары
Онотолмаҫ мәктәп йылдары

Класташтарының янып торған күҙҙәренә, балҡыған йөҙҙәренә, бер-береһенә йылы ҡараштарына, туҡтамай һөйләшеүҙәренә, көлөшөүҙәренә ҡарап хайран ҡалаһың: әйтерһең, 50 йыл ваҡыт үтмәгән, улар яңы ғына дәрестән тәнәфескә сыҡҡан. Мәктәп йылдарында булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе, оло хөрмәт һүҙҙәре менән — уҡытыусыларын, күҙ йәштәре менән араларынан киткән класташтарын иҫкә алдылар. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тормоштары, башҡарған эштәре, ғаиләләре тураһында бер-береһенең һөйләгәндәрен тыңланылар, һорауҙар бирҙеләр, хатта дуҫтарса ҡайҙа шаярып, төртмә телләнеп, шелтәләп тә алдылар. Йәшлек дәрттәрен һис кенә лә юймаған, әүҙем, креатив, ялҡынлы кешеләр — хөрмәтле яҡташтары тураһындағы һөйләшеүҙәр күңелдә һоҡланыу хисе уятты. Берҙәм класс — Иҫке Балтас урта мәктәбенең 1971 йылғы сығарылыш уҡыусылары менән мин дә таныштым.
Альбера Фәхрәзиева кесе йәштән бик сая ҡыҙ була. Ҡомъяҙы мәктәбенән Иҫке Балтас урта мәктәбенә уҡырға үҙе генә килә. “Барыбер кире ҡайтаһың”, — тип оҙатып ҡала ата-әсәһе. Альбераның инглиз телен тәрәндән өйрәнгеһе килә, маҡсаты уны юлынан тайпылдырмай. “Өҫтәүенә, бәхетемә ҡаршы, ниндәй татыу класҡа эләктем. Класташтарым шундай ярҙамсыл, асыҡ күңеллеләр! Ғүмерҙең бәхетле миҙгелдәре — мәктәп йылдары ”, — тип иҫкә ала Бөрө педагогия институтын тамамлап, әлегә ҡәҙәр Свердловск өлкәһендә инглиз теленән балаларға белем биреүсе Альбера Фәхрәзиева–Исламғәлина. Мәғариф өлкәһенә ярты быуаттан артыҡ ғүмерен биргән хеҙмәт ветераны ул. Класташтар араһында, дөйөм алғанда, инглиз телен яратыусылар байтаҡ. Ара-тирә инглиз теленә күсеп һөйләшеп алалар хатта!
Нәҡ шундай кешеләрҙең береһе — Индус Закиров. Йомшаҡ, матур итеп инглиз телендә һөйләп ала ла, туған теленә күсеп, бер рус һүҙен дә ҡыҫтырмай, әҙәби телдә үҙенең тормош юлын бәйән итә башлай. Үҙе иҫ киткес талантлы: бөгөндән сәхнәгә, спектакль уйнарға мендереп була! Индус ағай урта мәктәпте тамамлас, төҙөлөш техникумында һөнәр ала, армия сафтарында хеҙмәт итә, артабан 40 йыл дауамында мастер, технолог, балта оҫтаһы булып эшләй. Социалистик ярыштар еңеүсеһе, биш йыллыҡтар ударнигы була. Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны, хәҙерге ваҡытта ялда. Индус ағай бер ваҡыт, инде олоғайғас, йәшлек хыялын тормошҡа ашырыу теләге менән университетҡа уҡырға инә, бер нисә курсты уҡый. Ләкин ғаилә башлығы булыу яуаплылығы үҙенекен итә, ул яңынан производствоға ҡайта. Хыял ҡошо тормошта иңдәренә ҡанат ҡуйған класташтарҙан Алексей Зуев та бар. Силәбе сауҙа институтында уҡый, педагогия өлкәһендә лә белеме бар. Заман үҙгәрештәрен аңлап ҡабул итә һәм эшҡыуарлыҡта үҙен һынай. Йөк ташыу өлкәһендә 42 йыл стажы бар. Бер ҡасан да яратҡан шөғөлөнә хыянат итмәй — спортҡа ғашиҡ ул. Иң ҙур уңышы итеп йәшлегендә волейбол буйынса республика чемпионы булыуын атай. “Компанияның йөрәге” тиҙәр Алексей Петрович кеүек шаян, дәртле кеше тураһында.
Зөһрә Гәрәева — кейем тегеү оҫтаһы. Өфө уҡыу комбинатында белем алғас, Балтас көнкүреш йортонда эшләгән, Куйбышев ҡалаһында киҫеүсе һөнәрен алған. 1985 йылда Нефтекама ҡалаһына күсенеп, заводта тырыш хеҙмәт һалған, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Розалия Сәлимова-Дауытова — Өфөлә кооперация техникумын тамамлап, район ҡулланыусылар союзы системаһында бухгалтер, унан һаҡлыҡ кассаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны.
Класташтар араһында медицина өлкәһендә ҙур хеҙмәт һалған шәхестәр байтаҡ. Был осрашыуҙы ойоштороуға күп көс һалыусылар Эмма Фәтхуллина һәм Лариса Әғләмова-Закирйәнова ла — медицина хеҙмәткәрҙәре. Эмма Ғафурйән ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, 43 йыл дауамында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт һала. Өфө ҡала санитария-эпидемиология станцияһының бактериологик лабораторияһында, Германияла, республика эпидемиология һәм гигиена үҙәгендә эшләй. Юғары категориялы белгес, хеҙмәт ветераны, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Лариса Лотфулла ҡыҙы Өфө медицина училищеһын тамамлағандан һуң 48 йыл буйына медицина өлкәһендә хеҙмәт һалған, шуның 43 йылын — республика балалар клиник дауаханаһында, функциональ диагностика шәфҡәт туташы булып эшләгән. Шулай уҡ юғары категориялы белгес, хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Класташтары Лариса Лотфулла ҡыҙына ҙур рәхмәттәрен белдерҙе. “Балалар үҫтергәндә Лариса барыбыҙға ла ярҙам итте. Сабыйҙар ауырығанда гел уға мөрәжәғәт иттек, бер булышмай ҡалманы”, — тип, ҡыйын саҡтарҙы ла иҫкә алдылар. Ни ғәжәп, бер-береһенең ҡайғыларын, ауырлыҡтарын да яҡшы белә класташтар, осрашып, телефон аша һөйләшеп, хәл белешеп, ярҙамлашып йәшәйҙәр, күрәһең.
Рәмзиә Шәрифйәнова-Йосопова 1976 йылда Пермь фармацевтика институтын тамамлаған, витамин заводында дарыухана мөдире, унан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензион комиссияһында әйҙәүсе белгес булып эшләгән. 43 йыл стаж менән хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны ул. Миләүшә Ғафурова-Мостафина Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алып әлеге көнгә тиклем Приютов ҡасабаһында табип-терапевт булып эшләй. Әлегә ҡәҙәр кешеләргә ярҙам итеп, кәрәкле булып йәшәүе менән ғорурлана Миләүшә Сулпан ҡыҙы. Ул класс старостаһы икән. Был вазифаны ғүмере буйы иңенән һалмаған: осрашыуҙы ла сәләмләү һүҙҙәре менән башланы ул. Араларынан ваҡытһыҙ киткән класташтары исемлеген уҡыны, байтаҡ оҙон ул, 11 кеше күскән баҡыйлыҡҡа. Һәр береһе тураһында иҫтәлек ҡәҙерле класташтарға. Һуңғы осрашыуҙан һуң Өлфәт Мөхтәрәм улы Имаевты юғалтыу — бик ҡыҙғаныс. Сарапул ҡалаһында генераторҙар заводында баш инженер булып эшләгән ул, Рәсәйҙең Почетлы авиация төҙөүсеһе. Роберт Хәмәтов 1980 йылда Өфө авиация-техник институтын тамамлаған, 41 йыл дауамында Нефтекама автомобилдәр заводында конструкторҙар бюроһы начальнигы булып эшләгән. Әлегә тиклем осрашыуҙарға ҡайтырға мөмкинлек булмаған. Рәмил Хажимуллин Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих, йәмғиәт белеме һәм инглиз теле факультетын тамамлап, КПСС-тың район комитетында инструктор, бүлек мөдире, Балтас Эске эштәр бүлегендә начальник урынбаҫары булып эшләгән. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһы етәксеһе була. Милиция подполковнигы 2007 йылда отставкаға сыға, әммә хеҙмәт юлын дауам итә. Балтас район судында администратор булып эшләй. Рәмил Ҡәүи улы Эске Эштәр министрлығының Почетлы хеҙмәткәре, бихисап миҙалдар, ведомство наградалары менән бүләкләнгән. Шуныһы ҡыуаныслы, уның һөнәри юлын улы Илшат дауам итә. Йәрәмил Муллағәли улы Арысланов — осрашыуҙарҙы ойоштороусыларҙың береһе — тыуған районында төрлө етәксе вазифаларҙа көс һалған шәхес. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Бына ошондай иҫ киткес талантлы, әүҙем кешеләр — берҙәм коллектив сифатын 50 йыл һаҡлаған, йылдар, юлдар, аралар ҙа бер-береһенән айырмаған, асыҡ йөҙлө, матур кешеләр менән таныштырҙы мине быйыл яҙмыш. Афарин, һеҙгә, Иҫке Балтас урта мәктәбенең 1971 йылғы 32-се сығарылыш уҡыусылары!


Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.

Онотолмаҫ мәктәп йылдары
Онотолмаҫ мәктәп йылдары
Автор:
Читайте нас