Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
15 Август 2021, 06:00

Үҙҙәре лә бал ҡорттарылай

уңған, тырыш Әхмәтовтар шифалы, килемле шөғөлдән йән тыныслығы һәм кинәнес ала Ҡариҙел районы.

Үҙҙәре лә бал ҡорттарылайҮҙҙәре лә бал ҡорттарылай
Үҙҙәре лә бал ҡорттарылай

Районыбыҙҙа умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр байтаҡ. Быға ыңғай тәбиғәт шарттары ла, эштең килемле булыуы ла булышлыҡ итә. Яңы Муллаҡай ауылында йәшәүсе Рәзидә һәм Филарит Әхмәтовтар 2011 йылдан алып умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Улар “нәҙекәй билдәр”гә булған һөйөүен йәшәү мәғәнәһе һәм рәүешенә әүерелдергән.

Ерҙе яратыусы, эшкә егәрле егет ауылды һайлай. Үҙе һымаҡ уңған, тырыш Рәзилә Шәйхулла ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, тыуған төйәгендә матур ғаилә ҡора. Филарит ағай — 36 йыл Ҡариҙел урман хужалығында тракторсы, Рәзидә апай 18 йыл почтальон булып эшләгән.
Әхмәтовтар бер ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә биреп үҫтергән. Рүзилә менән Рудель тыуған ауылдарында төпләнгән, ә Лилиә Байҡыбаш ауылында йәшәй. Балалары ла үҙҙәре һымаҡ бик тырыш. Һәр береһе үҙенә оҡшаған һөнәргә эйә булып, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә эшләй. Хәстәрлекле, илһөйәр ата-әсәнең тормошҡа ҡарашы, кешеләргә булған йылы мөнәсәбәте, күңел байлығы, күркәм холҡо мөхәббәт емештәренә лә күскән. Әхмәтовтар бөгөн алты ейән-ейәнсәрен һөйөү бәхетенә ирешкән һөйөклө өләсәй менән олатай ҙа.
— Минең бала сағым ошо хозур тәбиғәтле Муллаҡай ауылында үтте, — тип һүҙен башланы Филарит Фәғәнәүи улы. — Ауылда йәшәүгә етәме һуң! Күп йылдар инде умартасылыҡ менән шөғөлләнәм. Хеҙмәтем дә шул, яратҡан шөғөлөм дә, күңел йыуанысым да...  Һүҙ ҙә юҡ, мәшәҡәтле, әммә мауыҡтырғыс һәм килемле шөғөл, тик мин күпселек күңел өсөн эшләйем. Яратҡан эшемдән айырыла алмайым, бал ҡорттарының хәлдәрен тын алыштарынан уҡ тоям. 
67 йәшен тултырһа ла, Филарит ағай йәштәргә биргеһеҙ етеҙ, көслө күренә. Тыныс холоҡло, яғымлы, изге күңелле кеше. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, сөнки бал ҡорттары ҡыҙыу-ярһыу кешеләрҙе яратмай.
— Беренсе ҡорт күсен мин урмандан алып ҡайттым. Үҙем умарта-задан эшләнем. Йыл һайын умарталарым арта барҙы. Атайым да бал ҡорттары аҫрай торғайны. Беҙ өс малай шуларҙы күреп, эш рәтенә өйрәнеп үҫтек. Бал айыртҡанда әйләндереп тора инек. Ул көн байрам була торғайны. Бына ошо ваҡыттан мин умартасылыҡты үҙ иткәнмендер. Был шөғөлгә ныҡлап тотонор алдынан, әлбиттә, китаптар уҡып, бал ҡорттары хаҡында белемемде камиллаштырҙым. Тәжрибәле умартасы Туҡтағол Ғимранов был кәсеп нескәлектәренә өйрәтте. Бал ҡорттары наҙлы, улар ҙа күңел йылыһын, хәстәрлекте талап итә. "Нәҙекәй билдәр" нектарҙы алма, груша, йүкә ағасынан ала. Бигерәк тә йүкә балы татлы була. Бер күс ҡорттан яҡынса 30-40 килограмм татлы ризыҡ сыға. Бал булыу-булмауы, әлбиттә, тәбиғәт торошона ла, күстең көсөнә лә ҡарай, — тип яратҡан һәм килемле шөғөлө тураһында һөйләне тәжрибәле умартасы. — Бал ҡорттары өсөн ҡыш ауыр миҙгел, шуға күрә ҡышлатыу осорона алдан әҙерләнә башлайбыҙ. Йыл һайын сире-фәлән юҡмы тип тикшертеп торабыҙ. "Нәҙекәй билдәр" төрлө сирҙәргә тиҙ бирешкәнлектән, бал йыйыу осоро башланғансы һәм ул үткәс, талпанға ҡаршы профилактик саралар эшләргә кәрәк. Бал айыртыу ваҡыты иң күңелле мәл, сөнки хеҙмәтеңдең татлы емешен күрәһең һәм ҡыуанаһың. Был шөғөлгә тотонорға теләүселәргә шуны әйтер инем: иң мөһиме, теләк булһын, эштән ҡурҡмағыҙ. Бәлки һеҙгә лә күңел тыныслығы, ҡәнәғәтлек һәм килем килтерә торған кәсеп бына ошолор. Мин умартасылыҡтан башҡа ғүмеремде күҙ алдына ла килтерә алмайым.
Гөрләтеп донъя көтөүсе Әхмәтовтар бөгөн балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә лә оло терәк. Быйыл да балды мул айыртҡандар. Уларҙың хуш еҫле йүкә балын һорап килеүселәр ҙә күп. Артабан да баллы шөғөлдәре уларға мул табыш, йән рәхәте, йән кинәнесе генә килтерһен ине!

Люция КАРАМОВА.
Тимур Хәлимов фотоһы.

Үҙҙәре лә бал ҡорттарылай
Үҙҙәре лә бал ҡорттарылай
Үҙҙәре лә бал ҡорттарылай
Үҙҙәре лә бал ҡорттарылай
Автор:
Читайте нас