

Бөрө районында халыҡ менән 21 ауыл хужалығы иҫәбен алыусы эшләй. Улар араһында Тәнзилә Дивеева ла бар. Иҫәп алыусыларҙың махсус кейемендә, ҡулына планшет тотоп һәм шәхесте билдәләүсе документтарын күрһәтеп, ул кешеләр эштән ҡайтҡас, Пономаревка ауылында йорттан-йортҡа йөрөп, мәғлүмәт йыя.
Бына маршрутта — сираттағы өй. Хаҡлы ялдағы Татьяна Акузина иҫәп алыусыны ихлас ҡаршы ала һәм баҡсаға алып инә. Башта хәл һорашалар, аҙаҡ һорауҙарға яуап биреү башлана.
Күп бала әсәһе, һөнәре буйынса төҙөүсе Татьяна Егоровна иҫәп алыусы анкетаһы һорауҙарына дөрөҫ яуаптар биреүҙең мөһимлеген аңлай. Һорауҙар тормоштан алынған. Өйҙә нисә кеше йәшәй? Ауыл хужалығы продукцияһы ниндәй маҡсат менән үҫтерелә: ғаиләне тәьмин итер өсөнмө, өҫтәмә аҡса сығанағы булараҡмы? Ер участкаһы ниндәй күләмдә? Йәшелсәләр, ҡыуаҡтар күпме майҙанды биләй? Ер участкаһына бер ниндәй документтар ҙа күрһәтеү талап ителмәй. Бар яуаптар ҙа кешенең һүҙҙәренән яҙыла. Анкетала “Ауыл хужалығы малдары” бүлегендә һыйыр, сусҡа, һарыҡтар, тауыҡ, ҡаҙ, өйрәк, башҡа йорт ҡоштары, ат, дөйә, ҡуяндар һәм бал ҡорттары күрһәтелә. Ә бына эт тураһында һорау юҡ.
Иҫәп алыусының һорауҙарына яуап биреү яҡынса 25-30 минут ваҡытты ала һәм мәғлүмәт шунда уҡ электрон базаға индерелә. Артабан иҫәп алыусы башҡа өйҙәр буйлап китә, ә Татьяна Егоровна өй мәшәҡәттәренә сума. Алманы ла йыйырға, ҡыяр тоҙларға, тауыҡтарҙы ла ашатырға кәрәк. Йортта эш күп.
Иҫәп алғанда кешеләр тураһында шәхсән мәғлүмәт алынмай. Уны эшкәрткәндә ауыл исемдәре лә алып ташлана. Иҫәп алыуҙың баштағы һөҙөмтәләрен — ағымдағы йылдың декабрендә, һуңғыларын 2022 йылдың 4-се кварталында алырға планлаштырыла.
Степан Чиглинцев фотоһы.
Ольга Платонова.