

Сания Кәлимулла ҡыҙы 1931 йылдың август башында Балтас районы Оло Тормош ауылында тыуа, 12 бала араһында 11-сеһе булып буй еткерә. 11 йәшенән үк колхозда эшләй башлай, тиҫтерҙәре менән бер рәттән урманда ағас эшкәртеүҙә көс һала. 1951 йылда ауыл ҡыҙҙарын вербовка менән Силәбе өлкәһендәге Ҡарабаш ҡалаһына ебәрәләр. Шунда ул биш йыл ир-егеттәр менән бер тигеҙ көс түгеп, шахтала эшләй. Артабан 40 йыл торлаҡ-коммуналь хужалыҡта фиҙаҡәр хеҙмәт һала.
1962 йылда Сания Кәлимулла ҡыҙы Ҡариҙелгә күсенеп килә, бирелә буласаҡ тормош иптәше Фәнәүи Йомағоловты осрата. Йәштәр бер-береһен оҡшатып, яратып, матур ғаилә ҡора. Улар йәштәргә өлгө күрһәтеп, тырышып донъя көтә, өс ҡыҙ үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инде яратҡан тормош иптәшенең дә баҡыйлыҡҡа күскәненә байтаҡ йылдар үткән. Хәҙер Сания әбей ҡыҙҙарының ҡәҙер-хөрмәтендә Йәштәр ҡасабаһында ғүмер кисерә.
— Беҙ әсәйебеҙ менән бик ғорурланабыҙ. Ул бер эштән дә ҡурҡып тормаған, гел алдынғы булған, йортобоҙҙо ла һәр саҡ тәртиптә тотто, беҙҙе лә бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөргә өйрәтеп үҫтерҙе, яҡшы тәрбиә бирҙе, белем алырға ярҙам итте. Әсәйебеҙ ейәндәрен дә бик ҡарашты. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә көр күңелле, зиһене яҡшы, тик ултырырға яратмай, һаман да беҙгә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша, — тип һөйләй ҡыҙы Зинфира.
Люция КАРАМОВА.