

Был ҙур сараны “Ваҡыт йылғаһы” төбәк-ара фестивале сиктәрендә БДУ-ның Бөрө филиалының “Бөрө уҡсылары” һәм Өфөнөң “Рейд” хәрби-тарихи клубтары ойошторҙо. Фестиваль тыуған яҡ үҫешенә, яҙыусы Сергей Аксаковтың тыуыуына — 230, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына — 190 һәм Советтар Союзы Геройы Муса Йәлилдең тыуыуына 115 йыл тулыуға арналды.
Ҡала ҡунаҡтары һәм бөрөләр күсмә башҡорттарҙың көнкүреше, мәҙәниәте, хәрби традициялары, 17-се быуаттың батша һәм хәрби хеҙмәт кешеләре, Беренсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштары лагерҙары менән танышты. Беҙҙең яҡтың урта быуаты мариҙар, “Бөрө уҡсылары” хәрби-тарихи клубы, Салауат районы башҡорт ырыуҙары тарафынан күрһәтелде.
Сарала рус император армияһы — Өфө ҡалаһының 190-сы йәйәүле Очаков полкы һәм 1943 йылда ойошторолған һәм Бреслауға барып еткән Салауат Юлаев исемендәге 1292-се Башҡорт истребителдәр-танкка ҡаршы артиллерия полкы майҙансыҡтары ла тәҡдим ителде. Фестивалгә килеүселәр оҫталыҡ дәрестәре, интерактив майҙансыҡтар, реконструкторҙар башҡарыуында күрһәтмә күнекмәләр аша республика халыҡтарының милли кәсептәре, боронғо уйындары, музыка ҡоралдары менән танышты.
“Бөрө уҡсылары” палаткаһы эргәһендә һәр ваҡыттағыса йәнле һәм тәмле еҫтәр сыға. Хәрби ҡатыны ролендәге Юлиә Ярыжнова усаҡта ашарға әҙерләй. Өҫтәл эргәһендә һалдаттар тәмле ризыҡ бешкәнен, бигерәк тә бал ҡушып, төрлө дарыу үләндәренән әҙерләнгән шифалы эсемлек көтөп ултыра. Хужабикә тамашасыларҙы ла тәмле ҡаластар һәм эсемлек менән ихлас һыйлай.
Саҡ ҡына арыраҡ кафтан кейгән йәштәр мушкеттарҙан, пушканан ата. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа төрлө уйындарҙа әүҙем ҡатнаша.
Ә бына Эдуард Хәбибуллин сараға килеүселәрҙе Кушнаренко һәм Ҡара Яҡуп мәҙәниәтенән Ҡурған күсмә халҡының боронғо ҡылысы һәм болғар-алан төрөндәге балта менән таныштыра. Был ҡорал бер ваҡыт Башҡортостандың төньяғында таралған була, ләкин беҙҙең лагерь ҡурғандарында ла табылған. Эдуардтың башында ла боронғо хәрбиҙәрҙең баш кейеме. Ул түңәрәк ҡалҡан эшләргә һәм образды тамамларға хыяллана.
Ир туғандары яғынан Эдуард үҙе Салауат районынан Мырҙалар нәҫеленән. Ошо нәҫелдән шағир Рәми Ғарипов, көрәшсе Харис Йосопов һәм төбәктең башҡа билдәле кешеләре сыҡҡан. Эдуард хәрби реконструкцияһы һәм IX-XII быуаттар лагерҙары, үҙ районының ҡурғандары менән шөғөлләнә башлай. Ул Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәктәренең урта быуаттары менән ҡыҙыҡһына.
Реконструкторҙар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тамашасылар бер тауыштан үҙеңдең тарихың менән ғорурланырға, уны алға итергә, балаларҙы һәм йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырырға кәрәклеген билдәләне, сөнки үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ.
Ольга Платонова.