Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
13 Августа 2021, 11:12

“Тал сыбыҡтан кәрзин үрәм,

Күңел өсөн шөғөлөм...” Иҫке Балтас ауылында йәшәүсе Флүр Фәнир улы Саяпов тураһында шиғри телдә генә лә яҙып булыр ине. Һүҙе һүҙгә йоҡмай — шундай йәнләнеп, яратып, ауыҙына ҡаратып һөйләй ул яратҡан шөғөлө менән таныштырғанда.

“Тал сыбыҡтан кәрзин үрәм,“Тал сыбыҡтан кәрзин үрәм,
“Тал сыбыҡтан кәрзин үрәм,

“Йыраҡ бала саҡта, 3-сө класта уҡығанда, атайымдан күреп, тал сыбыҡтарынан ҡаҙ оялары үрергә өйрәндем. Мин үрәм, әсәйем бер һумға һата. Ҡаҙ оялары һатып, атайыма уңайлы ултырғыс та алып биргәнем иҫтә... Коми Республикаһында йәшәгәндә Печора йылғаһы буйында талдарҙы киҫеп, кәрзиндәр үреп ҡараным. Фатирҙа урын ҡыҫыҡ булыу сәбәпле был шөғөлдө туҡтаттым. Хаҡлы ялға сығып, 2016 йылда тыуған яҡҡа ҡайтҡас, ныҡлап тотондом был эшкә. Танып ярҙарынан, юл буйынан йыям сеймалды. Юл буйҙарын сабып киткәс, яңынан һуған ҡыяҡтары кеүек тал сыбыҡтары үҫеп сыға. Ана шулар кәрзингә яҡшы, сатлы сыбыҡ ярамай. Сит илдә талдың махсус сорттарын плантация итеп үҫтерәләр. Мин ҡырағай талдан бына тигән кәрзиндәр үрәм. Һуңғы өс йылда күпләп эшләргә тура килде. Никах туйҙарына күстәнәстәр, тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡҡанда ризыҡ һалырға тип, алалар. Бәшмәкселәргә лә ҙур, ныҡлы итеп үрелгән кәрзиндәрем бар. Ысынында иһә, халыҡ һорауы буйынса йәки һатыу өсөн түгел, күңел өсөн үрәм кәрзиндәрҙе. Береһе икенсеһенә бер ваҡытта ла оҡшамай, ҡабатланмай, гел үҙенсәлекле килеп сыға”, — тип һөйләй тора, кәштәнән кәрзиндәрен алып, һәр береһенең айырмалы яғын күрһәтеп, аңлата бара Флүр ағай.
Тал сыбыҡты йыйып алып ҡайтҡас, ҙур ҡаҙанда ике сәғәт ҡайната, артабан һалҡын һыуға һала оҫта. Әйтергә кәрәк, барлыҡ яйланмалар хужаның гаражына урынлаштырылған, бында иҫ киткес тәртип, һәр нимә үҙ урынында. Сыбыҡтарҙы юнып таҙартыу өсөн, тал сыбыҡтарынан таҫма эшләргә кәрәк. Кәрзин үрергә уңайлы йыһаздарҙы оҫта уйлап табып, үҙ ҡулдары менән эшләгән. “Таҙартҡас, сыбыҡтарҙы йыуанлығы, оҙонлоғо буйынса һигеҙ-туғыҙ төрлө сортҡа бүләм. Ҡарараҡ төҫкә индереү өсөн, шул уҡ һыуға бер аҙ сода һалып, тағын ике сәғәт ҡайнатам”, — ти Флүр ағай.
Кәрзин үреү — мәшәҡәтле шөғөл, әммә оҫтаның эшенән ҡәнәғәтлек алғаны йөҙөнә сыҡҡан. Ғөмүмән, Саяповтар ғаиләһе тәбиғәткә, сәнғәткә, матурлыҡҡа ғашиҡ булыуы менән һоҡландыра. Йәшел хәтфә үләнле йорттарына аяҡ баҫҡас та, ниндәйҙер һиллек, тыныслыҡ утрауына барып эләккәндәй хис итәһең үҙеңде. Альмира апай менән Флүр ағайҙың танышып ҡауышыуына 37 йыл тулған.
Флүр Фәнир улы Тусыбай ауылында тыуып-үҫкән. Ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ғаиләһе менән Себер яҡтарына юл тота. Печора ҡалаһында тәүҙә өй төҙөлөшө комбинатында, торлаҡ-коммуналь идаралығында аварияларҙы юҡ итеү төркөмөндә, артабан 16 йыл дауамында “Лукойл” йәмғиәтендә эшләй. Флүр Саяпов һөнәре буйынса электр һәм газ ярҙамында иретеп йәбештереүсе. Альмира Вәғиз ҡыҙы сәләмәтлеге сикләнгән балалар өсөн коррекция мәктәбендә 33 йыл дауамында физика һәм математиканан уҡытҡан. Флүр ағай йәштән гармунда уйнаһа, Альмира апай йырлап-бейеп, төрлө ролдәр башҡарып (үҙҙәре шаяртҡанса Ҡарһылыуҙан Мәскәй әбейгә тиклем), сәхнәнән төшмәгән. Ике улдары ла үҙҙәренә оҡшап, музыкаға ғашиҡ: үҙ аллы өйрәнеп гитарала уйнайҙар.
Илсур тормош иптәше Ольга һәм ҡыҙҙары Алһыу, Сафина менән Усинск ҡалаһында йәшәй. Ирек — Санкт-Петербургта. Ирек Виктор Цой репертуарынан йырҙар башҡара, гитарала уйнау буйынса Интернет селтәрендә үҙенең дәрестәрен бирә. You Tube сайтында уның бик популяр каналы бар: TrAvA TrAvA тип атала.
Флүр Фәнир улы буш ваҡыты булғанда балыҡ ҡармаҡларға ярата, Альмира апай уның был шөғөлөн дә бик хуплай, балыҡтарҙы әрсеп, киптерә, төрлө ризыҡтар бешерә. Улар бергәләп Альмира апайҙың 96 йәшлек әсәһен — Тәслимә әбей Шәйнурованы тәрбиәләй.
Бына шулай игелекле, татыу, ижади ғаилә йәшәй Иҫке Балтас ауылында.

Авторы: Гөлнара Шәймөхәмәтова.

“Тал сыбыҡтан кәрзин үрәм,
“Тал сыбыҡтан кәрзин үрәм,
Автор:
Читайте нас