Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
11 Август 2021, 11:27

Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Ҡариҙел ауылында йәшәүсе Санир Тимершин —  Рәсәй армияһының бөгөнгө ҡеүәтенә үҙ өлөшөн индергән, Тыуған илебеҙ алдында хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән ир-егеттәребеҙҙең береһе.

Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙЯҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ

Санир Тимершин 1981-1983 йылдарҙа хәрби һауа көстәре сафында Волгоград ҡалаһында, Качинск юғары хәрби авиация осоусылар училищеһында хеҙмәт итә.

-— Күп йылдар уҙһа ла, хеҙмәтемде рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алам, — ти Санир Фәтих улы. – Беҙ ул саҡта йәш, таҙа инек. Механиктар авиация мәктәбен тамамлағас, мине самолеттар буйынса, авиация йыһазы механигы яһап ҡуйҙылар. Яуаплылык бик ҙур булды, ерҙәге хеҙмәттә эшләүсе һәр беребеҙҙән самолеттарҙың осоуы һәм ергә имен ултырыуы, экипаждарҙың осоу заданиеларының үтәлеше беҙгә ныҡ бәйле ине. – Хәрби хеҙмәт ауырлыҡтарҙы күтәрергә, ирҙәр дуҫлығының, Тыуған илде яратыуҙың ни ҡәҙәр көслө икәнлеген аңларға өйрәтте. Бергә хеҙмәт иткән дуҫтарым менән әле булһа социаль селтәрҙәр аша аралашабыҙ.

Санир Фәтих улы менән бергә  хәрби һауа көстәрендә хеҙмәт иткән барлыҡ яҡташтарыбыҙҙы үткән байрамдары менән ҡотлайбыҙ. 

Люция Карамова.

Ҡариҙел районы.

Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ
Автор:
Читайте нас