

Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев һәм уның беренсе урынбаҫары Фларит Хәбипов игенселәр менән осрашып, эштәр барышы менән танышты.
Бирелә ауыл хужалығы эшсәндәре иртәнән кискә тиклем ең һыҙғанып эшләй. Сәсеү агрегаттарында механизаторҙар Марс Туҡаев, Альберт Яндубаев, заправкалаусы Данил Мосабиров, орлоҡ менән тәьмин итеүсе Ренат Шакирйәнов көс һала. Финат Шәйнуров сәсеүгә ерҙе алдан эшкәртеп бара, ә Марсель Шакиров иһә сәселгән культураларҙы катоклай.
“Рассвет” йәмғиәтендә әлеге ваҡытта 40 гектар ерҙән борсаҡ йыйып алынған, тритикалы культураларҙы һуғыу эштәре бара. Хужалыҡ, йылға ҡарата, яҡшы уңыш алған.
Гөлфизә Хәсбетдинова.