

Осрашыуҙа һүҙ Мөнәгәз ауылында мәсет төҙөү тураһында барҙы. Валерий Сабановтың атаһы ошо ауылда тыуып үҫкән. Уҙған йыл Валерий Александрович яҡташыбыҙ Камил Лоҡманов менән берлектә тыуған ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл төҙөү башланғысы менән сыҡты. Был проект уңышлы тормошҡа ашырылды. Ауыл уртаһында иҫ киткес матур һәйкәл барлыҡҡа килде.
Валерий Сабановҡа, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһе Республика Башлығы Хакимиәте ярҙамы менән “Яҡташтар” проекты сиктәрендә ойошторған конкурстың “Йәмәғәт эшмәкәрлеге” номинацияһында еңеүсе булараҡ, “Республика даны өсөн” миҙалы тапшырылды. Яҡташыбыҙ был наградаға тулыһынса лайыҡлы.
Авторы: Гөлнара Шәймөхәмәтова.