+30 °С
Болотло


Китапхана бинаһында эҫе һәм бөркөү һауа, шунлыктан асыҡ һауала китап уҡыу әҙәбиәт һөйөүселәргә бик рәхәт. Китап уҡыусылар иғтибарына яңы китаптар, төрлө журналдар тәҡдим ителде. Бында килеүселәрҙе ҙур ҡурсактар – бесәй Леопольд һәм эт Барбоскин ҡаршы алды. Улар ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо, балаларға күңелле ял сәғәте бүләк итте.
Люция Карамова.