Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
4 Август 2021, 07:13

Матур йолаға нигеҙ һалына

3 августа Башҡортостан өсөн мөһим мәҙәни сара булды.

Матур йолаға нигеҙ һалынаМатур йолаға нигеҙ һалына
Матур йолаға нигеҙ һалына

Мәскәүҙә, илдең иң мәртәбәле сәхнәләренең береһендә беҙҙең артистар сығыш яһаны. Был турала кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост яҙҙы.

“Бөгөн Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһендә беҙҙең Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Жюль Массненың “Дон Кихот” операһын ҡуя. Төп ролдә – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов.

Һәм был матур йолаға әйләнә башланы. Былтыр беҙ Мәскәүҙәрҙе Джузеппе Вердиның “Аттила” операһы менән ҡыуандырғайныҡ. Был бик мөһим ваҡиға булды, сөнки һуңғы тапҡыр Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһендә башҡорт труппаһы алыҫ 1955 йылда сығыш яһаған булған!

Бурысыбыҙ: йыл һайын Мәскәү тамашасыһы һәм унда йәшәгән яҡташтарыбыҙ беҙҙең опера һәм балет театры ижады менән күрешә алыуын йола итеү.

Фото: Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Матур йолаға нигеҙ һалына
Матур йолаға нигеҙ һалына
Автор:
Читайте нас