Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
4 Август 2021, 09:47

Башҡорт бейеүе танылыу яулай

Өфөлә башҡорт бейеүен башҡарыусылар араһында (3 йәштән 15 йәшкә тиклем) “Байыҡ” республика телевизион фестиваленең Гала-концерты ойошторолдо

Башҡорт бейеүе танылыу яулайБашҡорт бейеүе танылыу яулай
Башҡорт бейеүе танылыу яулай

Өфөлә башҡорт бейеүен башҡарыусылар араһында (3 йәштән 15 йәшкә тиклем) “Байыҡ” республика телевизион фестиваленең Гала-концерты ойошторолдо. Коронавирус менән бәйле, балалар конкурсының һайлау туры онлайн-форматта үтте. Шул иғтибарға лайыҡ, финалға сығыусылар баш ҡалабыҙға килә алды.

– Бәйгелә ҡатнашыусылар Учалы ҡалаһынан Өфөгә хәтлем, улай ғына ла түгел, Өфө ҡалаһынан Сургутҡа тиклем ине, – тип һөйләй “Байыҡ” республика телевизион фестивале проекты авторы Рита Өмөтбаева. – Балалар конкурсының географияһы йылдан-йыл киңәйә. Бына 14 йыл инде был конкурс Башҡортостан төбәктәренән, хатта унан ситтә лә бейеү ярышында ҡатнашыусыларҙан күпләп заявкалар ҡабул итә. Фестиваль халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, балалар конкурсы ҡыҙ һәм малайҙарҙың һәм йәштәрҙең ижади потенциалын үҫтерә.

Илдар Аҡъюлов.

Фото: “Байыҡ” конкурсының сайтынан.

Автор:Илдар Акьюлов
Башҡорт бейеүе танылыу яулай
Башҡорт бейеүе танылыу яулай
Автор:
Читайте нас