

Ирем менән оҙаҡ ҡына уйланыҡ та баш ҡалаға күсергә булдыҡ. Ни тиһәң дә, улыбыҙ ҙа күптән ошо ҡалала йәшәй. Хәҙер уның үҙ ғаиләһе бар. Шулай итеп, ейәнебеҙҙе лә йышыраҡ күрербеҙ, исмаһам. Берәй торлаҡ һатып алырға уйлайбыҙ, әммә был еңел мәсьәлә түгел. Тик нисек итеп алданмаҫҡа икән? Ғүмер буйы йыйған мөлкәтебеҙҙе һаттыҡ, уға йыйылған аҡсабыҙҙы ҡушып, фатир алырға ине...
Фәриҙә Ислам ҡыҙы”.
– Күсемһеҙ милек тураһында мәғлүмәт һәр ваҡыт көнүҙәк, сөнки торлаҡһыҙ тормошто хатта күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Күптән түгел “Росреестр” күсемһеҙ милек баҙары аналитикаһы буйынса онлайн-хеҙмәтте барлыҡҡа килтерҙе. Хәҙер “Күсемһеҙ милек менән килешеүҙәр тураһындағы мәғлүмәттәр” хеҙмәте Кадастр картаһында асыҡ форматта бирелгән, йәғни күсемһеҙ милеккә бәйле документтар хаҡында белергә мөмкин. Шулай итеп, был яңы алым ярҙамында илдең 85 төбәгендәге һәм һигеҙ федераль округындағы, шул иҫәптән 2018 – 2020 йылдарҙағы фатирҙарҙы, йорттарҙы һатыу-һатып алыу тураһындағы килешеүҙәр хаҡындағы мәғлүмәт менән танышырға була.
– Был хеҙмәт инвесторҙарға ғына түгел, ябай граждандарға ла файҙалы, сөнки ул төбәктәге күсемһеҙ милек баҙарын ҡарарға, төҙөлөштө инвестицияларға йәки күсемһеҙ милек объектын һатып алырға ярҙам итә, – тип белдергәйне “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.
Әйткәндәй, республикабыҙ күсемһеҙ милекте теркәү һаны буйынса Рәсәйҙең тәүге биш төбәге исемлегенә инде. Быйыл беренсе кварталда ошондай 3332 мөлкәт теркәлгән.
“Күсемһеҙ милекте теркәү һанының артыуы дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуға, бынан тыш, быйыл торлаҡ йорт төҙөп тапшырыу күләменең артыуына бәйле. Республикала торлаҡ проблемаһын хәл итеү өсөн төрлө кимәлдә ниндәй ҙур эш башҡарылыуын күреп торабыҙ. Бындай шарттарҙа беҙҙең өҫтөнлөклө бурыс – күп фатирлы йорттарҙы кадастр иҫәбенә ҡуйыуҙы һәм төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуҙы, торлаҡҡа хоҡуҡҡа дәүләт теркәүе үткәреүҙе ваҡытында башҡарыу”, – тине “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.
Тәүге биш төбәк иҫәбенә шулай уҡ Мәскәү өлкәһе, Мәскәү ҡалаһы, Краснодар крайы һәм Силәбе өлкәһе ингән.
Әйткәндәй, былтыр 25 июндән республика граждандары күсемһеҙ милекте “Росреестр” порталында электрон юл менән “Шәхси кабинет” сервисы аша ла теркәү мөмкинлегенә эйә.
Башҡортостан буйынса “Росреестр” идаралығы Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрының Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында эшләүгә күсте. Шулай итеп, ул берҙәм теркәү процедураһын электрон форматта алып барыу, мәғлүмәттәрҙе дөрөҫ күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, “Росреестр” күрһәткән дәүләт хеҙмәттәрен яңыртыу, уларҙы күрһәтеү ваҡытын ҡыҫҡартыу кеүек маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.
Республика буйынса “Росреестр” идаралығы хәбәр итеүенсә, “Росреестр”ҙың рәсми сайтында https://rosreestr.ru/оформить һылтанмаһы буйынса күсемһеҙ милекте фәҡәт “Шәхси кабинет” сервисы аша теркәп була.
“Шәхси кабинет”ҡа инеү өсөн Дәүләт хеҙмәттәре сайтында, www.gosuslugi.ru һылтанмаһы буйынса раҫланған мәғлүмәттәр булырға тейеш.
Фәриҙә Ислам ҡыҙы, уй-ниәттәрегеҙ бик изге. Һеҙгә үрҙә әйтелгән онлайн-хеҙмәткә күҙ һалырға һәм күсемһеҙ милек өлкәһендә ҙур тәжрибәһе, абруйы булған юрист, риелтор менән кәңәшләшергә тәҡдим итәбеҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА.