

Ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе һәр категорияны иҫәпкә алыуҙа ҡатнашыу районда, республикала һәм, ғөмүмән, илдә ауыл хужалығындағы хәлдәрҙең торошо тураһында дөрөҫ һәм объектив информация алыу өсөн мөһим. Был иҫәп алыу коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле шарттарҙа үтеү сәбәпле, йәлеп ителгән бар персонал шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителә.
- Ауыл хужалығы иҫәбен алыу яуаплы эш. Уның һөҙөмтәһе һәр беребеҙ алдына ҡуйылған маҡсаттарҙы дөрөҫ аңлап эш итеүгә бәйле. Иң мөһиме, халыҡтың быға яҡшы ҡарашта һәм ыңғай мөнәсәбәттә булыуы беҙҙе ҡыуандыра, - ти Ҡараяр ауыл Советы ауыл биләмәһе буйынса иҫәп алыусылар Рәйсә Мөҙәрис ҡыҙы Мусина менән Зилә Фәхрулла ҡыҙы Ғилимова.
Авторы; Люция Карамова.