+30 °С
Болотло


Концерт программаһында ауылыбыҙҙың йәш таланттары сығыш яһаны. Студент ҡыҙҙарыбыҙ Гөлназ һәм Гөлшат Мулләхмәтовалар, Эмма Әхәтова, Лилиана Тузмөхәмәтова ла ҡатнашты. Сәхнәбеҙ йондоҙҙары Алһыу һәм Инзилә Әхмәтсафиева, Динар Мозафаров, Айдар Фәтхуллин, Радик Ғәниев матур йырҙарын бүләк итте. Көтөп алынған концертты тамашасылар алҡыштарға күмде.
Йәш артистарыбыҙға киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ.
Рүзилә Сафина, Һәйтәк ауыл мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы.