Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Июль 2021, 11:00

Һөнәр нескәлектәренә өйрәнделәр

Юғары медицина уҡыу йорттары студенттары практика үтте

Һөнәр нескәлектәренә өйрәнделәр
Һөнәр нескәлектәренә өйрәнделәр

Студенттарҙың уҡыу йылы, шул уҡ ваҡытта лекциялар, зачеттар һәм имтихандар күптән тамамланды. Республиканың күпселек уҡыусыларына алған белемдәрен практикала ҡулланырға ваҡыт етте. Был яҡтан медицина вуздары айырылып тора — бында беренсе курста уҡ тәжрибә туплай башлайҙар.
Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына республиканың һәм күрше төбәктәрҙең медицина уҡыу йорттарынан 18 кеше ебәрелде. Бишенсе курс студенттары производство практикаһын стационарҙарҙа табип ярҙамсыһы булып уҙа, шул иҫәптән терапевт һәм педиатрҙарға ла ярҙам итә. Дүртенсе курсты тамамлағандар — терапевт, хирург һәм акушер-гинеколог ярҙамсылары. Өсөнсө курс студенттары ашығыс ярҙам фельдшерҙары һәм клиник лаборатория лаборанттары ярҙамсылары булараҡ тәжрибә һәм һөнәри оҫталыҡ туплай. Икенсе курста уҡыусылар — палата һәм процедура шәфҡәт туташтары, ә беренсе курстағылар кесе медицина персоналы сифатында практика үтә.
Уҡыу йылы барышында медицина уҡыу йорттары тарафынан ысынбарлыҡҡа яҡынайтылған шарттарҙа практик эштәр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, дауаханала эшләүҙе уның менән алмаштырып булмай, сөнки студенттар ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса һөнәри белем алып ҡына ҡалмай, пациенттар, өлкән хеҙмәттәштәре менән аралашыу, ысынбарлыҡта дауалау эшен ойоштороу тәжрибәһе лә ала.
— Мин Башҡорт дәүләт медицина университетының беренсе курсын тамамланым һәм дауаханаға беренсе тапҡыр практикаға килдем. Минең өсөн был яңы һәм бик кәрәкле тәжрибә, — ти Анастасия Кузнецова. — Шәфҡәт туташтарына ярҙам итәм, дауахана тормошо менән танышам һәм уҡытыусыларыбыҙ баҫым яһамаған ҡайһы бер әйберҙәрҙе күреп беләм. Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәре практика үтеүселәрҙең барыһына ла бик иғтибарлы, беҙгә кәңәштәр биреп, һөнәр нескәлектәрен аңлата.
Студенттарҙың практикаһы уртаса ике аҙнаға һуҙыла. Һаулыҡ һаҡлау системаһындағы эштең ауырлыҡтарын күреп, аңлау өсөн, бигерәк тә коронавирус пандемияһы ваҡытында, был етә. Дауаханаларҙа ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеүҙән тыш, документ тултырыу эше лә етерлек. Һәр студент был көндәлек эште лә иғтибар менән өйрәнә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, райондың һаулыҡ һаҡлау системаһында ла кадрҙар етмәүе һиҙелә, бигерәк тә табиптарға ҡытлыҡ. Шуға күрә эшләп йөрөүсе персонал практикалағы студенттарға төрлөсә ярҙам күрһәтә, һәм уларҙың тыуған районға ҡайтып, үҙебеҙҙең дауахана файҙаһына һәм яҡташтарыбыҙ һаулығын һаҡлауға хеҙмәт итер, тип өмөтләнә.
Марина Зиннәтуллина.
Тимур Хәлимов фотолары.

Һөнәр нескәлектәренә өйрәнделәр
Һөнәр нескәлектәренә өйрәнделәр
Автор:
Читайте нас: