Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 24 июлдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ, төндә лә ҡойма ямғыр көтөлә. Ел көньяҡтан, һуңынан төньяҡтан талғын. Урыны менән елдең ныҡ көсәйеүе ихтимал.
Һауа температураһы төндә – 13-18 градус. Көндөҙ иһә 22- 27 градус.
25 июлдә яуым-төшөм булмай. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә – 10-15 градус, төньяҡ-көнбайышта 5 градусҡаса йылы була. Көндөҙ 21-26 градус, республиканың төньяғында 16 градус йылы.
Фото: Валерий Шахов
https://www.bashinform.ru/news/1621868-sinoptiki-soobshchili-prognoz-pogody-na-vykhodnye-v-bashkirii/




