

Яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинациялау буйынса түбән күрһәткестәре өсөн республикала ике баш табип вазифаһынан бушатылды.
“Башинформ” мәғлүмәттәренән күренеүенсә, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин оператив кәңәшмәлә ике етәксене эштән алыуы тураһында белдергән. Һүҙ “Яҡтыкүл” шифаханаһы етәксеһе Фаил Байназаров һәм Салауат ҡалаһының тире-венерология диспансеры баш табибы вазифаһын башҡарыусы Лариса Сәйфетдинова тураһында бара.
Республиканың барлыҡ медицина учреждениелары араһында вакцинация буйынса иң түбән күрһәткескә эйә булғандары өсөн уларҙың вазифаһынан бушатылғаны билдәле. Эштең бының менән генә тамамланмауы ихтимал, коллективтар араһында вакцинация буйынса тейешле күрһәткестәргә өлгәшелмәгәндә йәнә ҡайһы берәүҙәрҙең урындарын ҡалдырыуы мөмкин.
Фото: "Башинформ".